Һәүәҫкәр театр сәнғәтен пропагандалау һәм артабан үҫтереү маҡсатында Балтас районында Фәрдунә Ҡасимова призына республика театр коллективтарының «Тамаша» фестивале уҙғарылды. Ижади бәйгелә Асҡын, Балтас, Благовар, Бижбүләк, Борай, Ғафури, Өфө райондарының, Нефтекамск, Октябрьский, Өфө ҡалаларының һәүәҫкәр театрҙар коллективтары менән беҙҙең райондың “Йәйғор” театры ла ҡатнашты. Сығыштарҙы театр тәнҡитселәре, билдәле режиссер, педагогтарҙан торған жюри ағзалары баһаланы.
— Беҙ "Өмөт тыуған миҙгел" (Р. Зәйнуллин) спектакле менән сығыш яһаныҡ. Конкурс сиктәрендә театрҙар алдында халыҡ исемен яҡлау бурысы тора ине. Билдәле сәнғәт әһеле Хөрмәтулла Үтәшев рәйеслегендәге абруйлы жюри алдында баҙап ҡалмай, үҙ ролдәрен матур уйнаған әртистәрем маҡтауға лайыҡ. Маҡсатыбыҙға ирештек, халыҡ исемен яҡланыҡ, киләсәктә ижад итергә тигән уй-хыялдар менән дәртләнеп ҡайтттыҡ. “Өмөт тыуған миҙгел” спектакле беҙгә “Өмөт” номинацияһын алып килде, — тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты “Йәйғор” халыҡ театрының етәксеһе Илүзә Шәйәхмәтова.
“Йәйғор” халыҡ театры коллективын лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм яңы спектаклдәр көтөп ҡалабыҙ.