Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурай сәнғәтенә 30 йыл ғүмерен бағышлаған ҡурайсы Рушан Биктимеров республика, Рәсәй төбәктәре, донъя ҡитғалары буйлап бихисап концерттарҙа башҡорт ҡурайын данлаған музыкант. Уның башҡарыуында халыҡ көйҙәре, композиторҙар әҫәрҙәре, донъя классиктары музыкаһы юғары профессиональ кимәлдә һәм тик Рушанға ғына хас үҙенсәлекле, хисле яңғырай, тамашасы күңелен әсир итә, хәтерҙә һаҡлана.
Рушан Ташбулат ауылында йәшәгән йыр-моңло, балаларында халыҡ ижадына оло һөйөү тәрбиәләгән талантлы ғаиләлә тыуып үҫә. Мәктәптә уҡыған йылдарында «Йәйғор» ансамблендә бейей Рушан. Балалар спорт мәктәбендә еңел атлетика менән дә әүҙем шөғөлләнә, саңғыла йөрөй. Дәрестәрҙән бушатып, йыш ҡына спорт ярыштарына, концерттарға алып китәләр.Ҡурай менән ҡыҙыҡһына, ныҡышып үҙ алдына уйнарға өйрәнеп маташа. Өфө сәнғәт училищеһында уҡып йөрөгән ағаһы Радик, ҡустыһының теләген күреп, ҡурайсы дуҫтары Әнис Әптекәйев, Фәрүәз Урманшин, Фәнил Шәриповтарҙы йыш ҡына ҡунаҡҡа алып ҡайта башлай. Улар алмашлап Рушанға ҡурайҙа уйнау серҙәрен өйрәтә. Сос малай тиҙ арала «Ҡарабай» көйөнөң уйнау алымдарын отоп та ала.
8-се класты тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай класына имтихандарҙы уңышлы тапшырып, уҡырға инә. Шул көндән алып 16 йәшлек йәш ҡурайсы хеҙмәт юлын башлап ебәрә, танылған артистар менән мәктәптәрҙә, гастролдәрҙә сығыш яһай.
Армиянан ҡайтҡас, Учалы филармонияһына эшкә урынлаша. Ташбулат мәктәбендә өлкән кластарҙа физкультуранан, ә башланғыс кластарҙа музыканан уҡыта. Бер аҙҙан Рушан Нефтекама филармонияһына юллана.
2000 йылда музыкантты Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә саҡыралар. Тырыш хеҙмәте Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, 2021 йылда Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы тигән юғары исем менән баһалана.
Башҡорт фольклорын, милли йолаларҙы һәм халҡыбыҙ ғөрөф-ғәҙәттәрен яҡшы белгән артист ҡурай сәнғәтенең тарихтан килгән халыҡсанлығын һаҡлап ҡалыу маҡсатында төрлө проекттар уйлап таба, заманса идеялар менән янып йәшәй. Тырыш, маҡсатлы, ныҡышмал ижадсының тәҡдиме һәм әүҙем эшмәкәрлегендә Филармонияла 2024 йылда «Ҡурай. Йыр. Моң» исемле яңы эстрада төркөмө эш башланы. Ғөмүмән, филармонияла эшләгән йылдарында ул бер нисә төркөмгә нигеҙ һала.
Рушан Биктимеровтың бай репертуары музыкаль жанрҙар төрлөлөгө менән дә айырылып тора. Ул йылдар һуҙымында үҙе төҙөгән, тик уның уйнау алымдарын һәм йөҙөн күрһәткән репертуары менән ғорурлана ала. Ижад багажында халыҡ көйҙәре менән бер рәттән композитор әҫәрҙәре, эстрада йырҙары, сит ил халыҡтары музыкаһы тупланған.