Бөтә яңылыҡтар
10
Мәҙәниәт
21 Март , 12:45

Аҫылбикәләр бәйгеһе

Тәбиғәттең ҡырыҫ ҡышынан һуң көтөп алынған яҙ миҙгеленә аяҡ баҫыу менән, күңелдәрҙең иләҫләнеп, емшеп торған сағы. Тап ошо наҙлы мәлдә, сазлы тәңгәлдә бар ҡатын-ҡыҙҙарға донъя мәшәҡәттәренән бер аҙ арынып, моңдарға уралып, нағыштарҙан һырылып алыу мөмкинселеге тыуа.

Аҫылбикәләр бәйгеһе
Аҫылбикәләр бәйгеһе

Ошо осорҙан файҙаланып, Ташбулат ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙары «Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!» бәйгеһенә йыйылды. Осрашыуҙың төп маҡсаты булып: ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу; милли мираҫыбыҙға тоғролоҡ һаҡлау; ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың һәләттәрен һәр яҡлап асыу, ҡеүәтләү; үҙ-ара дуҫлыҡ ебен нығытыу; күңел күтәренкелегендә үҙ-ара аралашыу торҙо.

Ташбулат ауыл биләмәһе башлығы Динис Таһировтың, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы, район Советы депутаты Фәнил Әсәҙуллиндың, Ташбулат ауыл Советы депутаты Радмир Ялаловтың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне. Динис Дамир улы ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән тәбрикләһә, Фәнил Шәйхислам улы район мәҙәниәте бүлеге исеменән ошо өлкәлә әүҙем тормош алып барған, иң әүҙем гүзәл заттарҙы — Ғәлиә Йәнйегетова, Илсиә Мөбәрәк ҡыҙына, Хәмиҙә Хөснөтдинова, Ғәмбәриә Зәйтүн ҡыҙына  Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Радмир Роберт улы ла аҫыл заттарҙы байрам менән ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе.

Ташбулат ауылы мәҙәниәт йорто етәксеһе Ғәлиә Вәлиәхмәт ҡыҙы бар ғүмерен мәҙәниәткә бағышлап, киномеханик вазифаһын йөкмәп, ошо өлкәнән хаҡлы ялға сығып, ошо арала күркәм 75 йәшлек ғүмер байрамын билдәләгән Рәғиҙә Әүхәҙей ҡыҙы Ғәйнуллинаны ҡотлап үтте.

Сара ир-егеттәрҙең байрам бүләге, йыр-бейеүҙәре менән үрелеп барҙы. Рәхим ағай Баязитовтың, Рәүеф ағай Атауллиндың, Айнур Мырҙағәлиндың, Ихтияр Эрназаровтың, Айнур Бадаловтың моңло тауыштары, Рауил Рәхмәтуллиндың, Юлдаш Баязитовтың сәхнә тултырып өҙә баҫыуҙары байрамға йәм өҫтәне.

Бәйге Ташбулат урта мәктәбе уҡытыусылар коллективы, «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы коллективы, Ташбулат ауылы һәм Айыуһаҙы ауылы ҡатын- ҡыҙҙары араһында бик ҡыҙыу барҙы.

Командалар бәпес биләп, бишек йырын көйләп, капитандар сетерекле һорауҙарға тапҡыр яуап биреп, мәҡәлдәрҙе телмәр ағышында ҡулланыу фекергә ҡеүәт, телмәргә йәм өҫтәй икәнен иҫбатлап, уларҙы иҫкә төшөрөп ярыштылар. «Уңғандар» конкурсында күңелле көй аҫтында башҡарған эш хәрәкәттәрен тамашасы ихлас асыҡлаһа, «Серле яулыҡ» конкурсы айырым урынды биләп торҙо. Яулыҡ — баш кейеме генә түгел, ә мосолман ҡатын- ҡыҙҙарының иманлылығын, тәрбиәлелеген күрһәткән, һаҡлаған ҡалҡан булараҡ та ҡулланышын иҫбатланы һөйкөмлө гүзәлдәребеҙ. Һәр команданың сағыу сығыштары күңелдәрҙе күтәрҙе, яҡшы кәйеф бүләк итте. Һәр команда тәмле күстәнәстәр алып килеп, бер-беренә бүләк иттеләр.

Был бәйгене быуындар ярышы тиһәк тә яҙыҡ булмаҫ, унда йөръәт итеп сәхнәгә сыҡҡан йәш ҡыҙҙарҙан алып, хаҡлы ялдағы дәртле апайҙарға тиклем ҡатнаштылар. Һуңғылары үҙҙәрен телгә оҫта, сәмле, ғәмле, алтын аҡыл туплаған апайҙар икәнен иҫбатланылар.

Байрам ярышын Алһыу Таһирова менән мин, ошо юлдар авторы алып барҙыҡ.

Бәйгене йомғаҡлап, үҙҙәренең үткер ҡараштары менән баһалаған жюри ағзалары Рәхим ағай Баязитов, Илһам ағай Сәйетғәлин командаларҙы төрлө номинацияларҙа билдәләп, грамоталар менән татлы күстәнәстәр тапшырҙылар. Бөтә донъя мәшәҡәттәрен артҡа ташлап, кисәгә килеүсе дәртле, дарманлы, талантлы, хайран ҡалырлыҡ аҫылбикәләребеҙгә, байрам һулышын кинәнеп уртаҡлашҡан ауылдаштарыбыҙға ҙур рәхмәт.

Лилиә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: