Байрам милли музыка ҡоралы ҡурайға арналған, ул башҡарыу традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә, шулай уҡ ғаилә ижады традицияларын үҫтереүгә, быуындар бәйләнештәрен нығытыуға йүнәлтелгән.
Байрам программаһында һәүәҫкәр һәм профессиональ ҡурайсылар – солистар һәм ансамблдәр араһында конкурс; ижади лаборатория һәм еңеүселәр, байрам ҡунаҡтары ҡатнашлығында йомғаҡлау сараһы ҡаралған.
Конкурс бер нисә йәш категорияһында үткәрелә, һәр ҡатнашыусы үҙенең музыкаль оҫталығын күрһәтә ала. Ҡатнашыу өсөн ғаризалар 10 майға тиклем ҡабул ителә.
Мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү, мәҙәни өлкәлә талантлы шәхестәрҙе асыҡлау “Мәҙәниәт” милли программаһын үтәүгә лә булышлыҡ итә.