Район тыуған яҡты өйрәнеү музейында милли кейем көнөнә арналған “Ҡатын-ҡыҙ күрке – яулыҡ” тип аталған кисә үтте. Сарала Юлдаш ауылынан “Гөлғәйшә” фольклор төркөмө ҡатын-ҡыҙҙары ҡатнашты.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеме элек-электән матур, зауыҡлы тегелеше, төҫтәрҙең сағыулығы, байлығы менән айырылып торған. Яулыҡтар иһә айырым урын тотҡан.Йәш килендәр яулыҡты маңлайҙан артҡа, елкә яғына тартып ябынған булһа, өлкән йәшкә еткән, балалары ҙурайған ҡатындар яулыҡты яҙып, бөкләмәй эйәк аҫтына бәйләп ҡуйғандар.Ҡушъяулыҡ ҡатын-ҡыҙҙың башын ғына түгел, буй-һынын да ҡаплап торған. Кейәүгә сыҡҡан ҡатындар 35–40 йәштәр тирәһенә тиклем ябынған. Милли кейем биҙәге булып киткән француз яулығының тарихы менән музей мөдире Шәүрә Әхмәтҡужина таныштырҙы.
Юлдаштар көндәлек тормошта яратып ябынған яулыҡтарын да, ҡәҙерле ҡомартҡы итеп һаҡланған шәл-яулыҡтарҙы ла алып килгәйне. Күҙҙең яуын алырҙай аллы-гөллө биҙәкле яулыҡ-шәлъяулыҡтарҙан бай күргәҙмә хасил булды.Һандыҡ төптәрендә тиҫтә йылдар буйы һаҡланыуҙан һарғая төшкән яулыҡтарҙы ла, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың көндәлек тормошта ла, байрам көндәрендә лә яратып ҡулланған штапель, капрон, кашемир, ситса, ебәк шәл-яулыҡтарын күрергә мөмкин ине.
Оло йәштәге ҡатындар яратып ябынған таҫтар һәм һарауыс тураһында район балалар ижад йорто уҡытыусыһы Лилиә Вәлиева һөйләне.
Сарала ҡатнашыусы апайҙар үҙҙәрендә ҡомартҡы булып һаҡланған яулыҡтар хаҡында ҡыҙыҡлы тарихтар бәйән итте.
Милли кейем һәр милләттең хазинаһы булып тора. Шуға күрә– ошо хазинаны һаҡлау, өйрәнеү һәм киләһе быуындарға еткереү һәр кемебеҙҙең изге бурысы.