Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Сентябрь 2025, 10:20

Килен. Повесть. Заһиҙә МУСИНА

Ҡайынбикәм май айында әсәй булды. Ҡәйнәм иртәнсәк был яңылыҡты ишеткәс тә ҙур ҡунаҡ саҡырҙы. Саҡырҙы ла әхирәттәре буйлап сығып китте. Өҫтәл әҙерләү миңә төштө. Ҙур ҡорһағымды һөйрәп егермеләгән кешегә аш ултырттым. Был яңылыҡты ишеткән Әсмә апай ярҙам итергә инмәһә, тағы дауаханаға эләгер инем.Мин килен булып төшкәндә үҙҙәренә әйткәндән һуң мөнәсәбәттәре ҡатмарлашһа ла, инде төшөрөп алған ҡәйнәм Әсмә апайға иғтибар ҙа итмәне. Ҡайынбикәм ниндәй генә алама кеше булмаһын, уның әсә булыуына ысын күңелдән шатландым.

Килен. Повесть. Заһиҙә МУСИНА
Килен. Повесть. Заһиҙә МУСИНА

Еҙнәй мәрхүм булғас, ул бер аҙ эсенә йомолоп, күҙҙәре төпкә батып киткәндәй булды. Әсә булыу, еҙнәйҙең бер өлөшө уның янында булыу ҡайынбикәмде бер аҙ йыуатыр, тормошона яңы мәғәнә өҫтәп ебәрер.

Кискә йыйылған ҡунаҡтар шау-гөр килеп, ултырышҡас, һәр береһенә аш һала башланым.  Һуңғыһын һалам тигәйнем, урынымда ҡаттым.

— Шәберәк ҡыбырла! — Эргәмдә көтөп торған ҡәйнәм, терһәк менән төрттө.

— У-уй!

— Нимә?! Нимә тексәйәң?!

— Бес иттем дә ҡуйҙым, шикелле. — Ҡәйнәмә ғәйепле ҡараным да урынымдан ҡыбырламаным.  Әсмә апай шунда уҡ итәгемә ташланып, уны күтәренкерәп ҡараны.

— Һыуың киткән бит! Иртәрәк бит әҙерәк... Дауаханаға барыр кәрәк!

— Ниндәй һыу? — Ҡапыл аңламаным. — Аһ!

— Тапҡанһың ваҡыт! — Ҡәйнәм ҡулымдағы тәрилкәне тартып алып үҙе аш һалырға тотондо. — Һөртөп ал!

— Үҙең һөртөп алырһың, — тине уға Әсмә апай. — Бар, килен, кейем-һалым, ҡағыҙҙарыңды ал, мин Фуатҡа әйтәм, алып сығыр ҡалаға...

Бер нисә сәғәттән ҡыҙымды ҡулыма алғас та тәүге уйым ҡайтып һауыт-һаба йыуырға кәрәк тигән кеүегерәк булды. Был ҡәйнә ҡабатланмаҫ мәлде лә боҙа алыуын әйтеп бир!

Иртә тыуһа ла, имен-һау тип табиптар ҡайтарып ебәрҙе беҙҙе. Дауахананан Фуат ағай ҡаршы алды. Булат менән Әсмә апай өйҙә көтәләр, тине. Юл буйына ҡулымда мыш-мыш килеп кенә  йоҡлап ятҡан бәпесемдән күҙемде ала алманым. Нимәләр уйлап, ниндәй төштәр күреп ята икән ҡыҙғынам? Ул тиклем дә матур, ул тиклем дә тәмле еҫле әҙәм буламы? Үпһәң, үбеп, ҡосаҡлаһаң, ҡосаҡлап, еҫкәһәң, еҫкәп туйып булмай был төргәкте.

Әсмә апай машина килеп туҡтау менән ҡапҡаға йүгерә сығып бәпәйемде тартып алды ла маңлайына май һөртөп ҡуйҙы:

— Күҙ теймәһен! Имен-аман үҫһен.

Әсмә апай артынан Булат килеп сыҡты. Күрәһең, ныҡ байрам иткән. Шешенеп бөткән, еҫе аңҡып тора.

— Булат, нимәңде ҡарап тораһың? Тот ҡыҙыңды!

Әсмә апай бәпесте Булатҡа алып барып тотторҙо.  Ә ул тотто ла ҡыбырламай тура ҡарап тик тора.

— Бомба тотторҙолармы әллә? Ҡурҡма улай, — тип көлдө Фуат ағай. Шунан ғына Булат бәпескә күҙ һалды.

— Ҡып-ҡыҙылсы! — тип ҡото осоп, һәр беребеҙгә ярҙам һорағандай, ҡараны.

— Яңы тыуған бала ҡыҙыл булмай, ниндәй булһын? — Әсмә апай көлөп, бәпесте кире алды. — Ул бит әле сеп-сей! Йә тормайыҡ, инеп сәй эсәйек!

Усаҡлығыбыҙға ингәс тә тәмле икмәк, ит еҫе таралды. Әсмә апай өҫтәл әҙерләп ҡуйған. Бәпәйгә  сәңгелдәк тә әҙерләгәндәр. Ҡыҙымды шунда алып барып һалдыҡ та, йоҡлаған сағында тип сәй эсергә ултырғайныҡ ҡына, ҡәйнәм килеп инде.

— Һаумыһығыҙ, Фәридә апай, — тине Фуат ағай. — Ҡотлайым! Ҡәртәсәй ҙә булдың!

Ҡәйнәм тура сәңгелдәккә барҙы:

— Һе, — тине ауыҙ эсенән мөңгөрләп тә, әммә бөтәһе ишетерлек тә итеп. — Булатыма бер ҙә оҡшамаған.

— Яңы тыуған бит әле! — Әсмә апай өндәшмәй түҙмәне.

— Әллә. Миңзифаныҡы тыуғанда уҡ тас кейәү мәрхүм ине.

— Әсәй! Теләһә нәмә һөйләп торма! — Булат өҫтәлгә шарт һуҡты ла кеҫәһенән тәмәкеһен алып сығып китте.  Тауышҡа бәпәй ҡысҡырып илап ебәрҙе. Сәй ҡайғыһы китте. Ҡәйнәм ҡәнәғәтләнеп үҙенә ҡайтты. Әсмә апайҙар бер аҙ минең менән булдылар.

— Эй, килен! Тыңлама ҡәйнәңде! Уйлап та бирмә! Һин хәҙер теләһәң дә, теләмәһәң дә көслө ҡатын булырға тейешһең! Башҡаса улай ярамай! Ҡәйнәләр ҙә мәңгелек түгел, Аллаға шөкөр. Сәңгелдәктәге бәпесеңде генә уйла. Ҡалған кешеләргә төкөр. Ҡәйнәң булһынмы, иреңме, — тип йыуатты Әсмә апай. — Кем тип исем ҡушырға уйлайһың?

— Таңда тыуғас, Айсулпан булһынмы икән тигәйнем.

— Айсулпан Булатовна. Бик килешәсе!

Кәйефемде күтәреп ебәргәс кенә Әсмә апай менән Фуат ағай үҙҙәренә ҡайтып китте.

— Ярҙам кәрәкһә, ин, оялма! Иртәгә балаларҙың элекке йүргәк, ыштандарын индерермен, — тип Әсмә апай менән Фуат ағай хушлашып сығып китте.

Булат кискә генә лаяҡыл иҫереп ҡайтты. Әллә атай булғанын йыуған, әллә ҡәйнәмдең һүҙҙәре барып тейҙе.  Ә иртәгеһенә иртәнсәк ишекте дөбөр-шатыр туҡылдатып ҡәйнәм килеп инде.

— Күтегеҙгә ҡояш төшкәнсе йоҡлап ятмаһағыҙ инде! Тороғоҙ!

— Нимә булды, ҡәйнәм? Бәпәйем тынысһыҙ йоҡлағас, үҙем ойоп киткәнмен.

— Нимә булһын, ти? Берәй нәмә булһын тиһеңме? Мәсеткә барабыҙ! Исем ҡушырға!

— Мин ҡунаҡ әйтермен тигәйнем, ҡәйнәм.

— Ул ниндәй бөтмәҫ ҡунаҡ, ти? Яңыраҡ ҡына булды бит! Әйләнгән һайын күңел ас та йөрө һиңә! Әҙерләп ҡуйған!  Йә тороғоҙ! Ҡырҡ ҡабатлаттырып мине!

— Көтөп тора алмаймы һуң? Ҡайҙа ҡабаланаһың, әсәй? — Булат башын тотоп саҡ күҙҙәрен асты.

— Ваҡытынан алда тыуған зәғифегеҙ үлеп ятһа, шунан? Исемен ҡәберенә кем тип яҙаһығыҙ?

— Ҡәйнәм, теләһә нәмә һөйләмәгеҙ!

— Дөрөҫөн әйттем! Мин һиңә бында уйнап һөйләп тормайым бит. Иртә тыуҙымы? Тыуҙы! Бөтәһе лә Алла ҡулында! Ҡыбырлай һал!

Эргәнән китмәй һөйләнә-һөйләнә беҙҙең йыйынғанды көтөп, мәсеткә алып сығып китте. Өлкән йәштәге мулла бабай ҡотлауҙар, хәл һорашыу менән оҙаҡҡа һуҙып торманы, эшенә тотондо.

— Кем тип исем бирәһегеҙ?

— Айсулпан, — тинем мин.

— Ниндәй Айсулпан, ти? — Ҡәйнәм ҡысҡырып уҡ ебәрҙе. Мин Булатҡа ҡараным. Мөйөштә башын тотоп ултырған ир иғтибар ҙа итмәне.

— Таңда тыуғас, шулай булһын тигәйнем...

— Ундай исем була тиме?! Быҙау исеме! Ана фермаңда малдарыңа шулай ҡуш! Йәмилә була! Булат! Беҙ  Йәмилә була тип һөйләштекме? — Булат ҡулын ғына һелтәне. — Һөйләштек!

— Йәмилә Булат ҡыҙы була инде? — Мулла ҡабаттан һораны.

— Һе, — тине ҡәйнәм. — Булаттыҡы, — тине теш араһынан ғына.

Ярай, исеме кем генә булмаһын, мөһим түгел! Имен-һау ғына үҫһен! Бәхетле булһын балаҡайым!

Ҡәйнәм аҙаҡ миңә үс итеп, быҙауына Айсулпан тип исем ҡушып ҡуйҙы. Быны белеп ҡалған Әсмә апай, башҡаса ҡәйнәм уға ишек алдына аяҡ баҫтырмаҫын белһә лә, башмағына Фәридә тип ҡушып ҡуйҙы һәм йәй буйы көн һайын беҙҙең эргәнән “Фәридә, һәү-һәү-һәү”, “Һәүкәш, Фәридә”, “Йә, малҡай, Фәридә” тип үтеп йөрөнө.

Ә ҡайынбикәм менән көтмәгәндә мөнәсәбәттәр үҙгәреп китте.  Бәпесемә бер айҙай булғанда, ул ҡыҙы менән килеп төштө. Самира тип исем ҡушҡан. Үҙе машина йөрөтә, теләгән ваҡытта ултыра ла килеп етә. Йәмиләне имеҙеп йөрөгәс, ҡаршы алырға сыға алманым. Бәпесем йоҡлап киткәс кенә, хәл белешәйем, бәпәй күрәйем тип, ҡәйнәм өйөнә инергә булдым. Соланыма сыҡһам, бер төргәк кер ята. Йәнем көйөп китте! Төргәкте тоттом да тура ҡәйнәмә килеп инеп, ҡайынбикәмдең аяғы аҫтына ташланым.

— Хәҙер һинең кереңде йыуып ултырыр кеше юҡ бында! Һин дә әсәй, мин дә әсәй!

Ҡайынбикәм башта аптыраны ла шунан Самираны тотоп ултырған ҡәйнәмә ҡарап алды:

— Юҡ, килен. Был кер түгел. Бында Самираның бәләкәйләнгән кейемдәре, йүргәктәре. Һиңә кәрәк була ул. Сабыйҙар тиҙ үҫә килеп тороп! 

— Эй Аллаҡайым. Мин әллә... — Оялышымдан ер тишегенә инергә әҙермен.

— Юҡ, килен, юҡ! Эсендә һеҙгә күстәнәс тә бар.

Уңайһыҙланып, рәхмәт әйтергә лә онотоп, сығырға ашыҡтым. Ҡәйнәмдең генә тауышы ишетелде:

— Ул ниндәй кейемдәр ул? Был өйҙә булһын. Кейем ташып йөрөмәҫ инең. Унда ни шәп кейемдәрҙер инде, уға биреп ни...

Бер аҙҙан ҡайынбикәм миңә үҙе килеп инде. Йәмилә менән танышты. Мин сәй әҙерләгәнсе уны ҡулына алып ултырҙы.

— Әсәйгә ҡалай оҡшаған, — тине сәй эсергә ултырғас.

— Эйе, тас үҙе шул. Йөҙө оҡшаһа ла... — Саҡ телемде тыйып ҡалдым.

— Холҡо оҡшамаһын, тиһеңме? — тине йылмайып ҡайынбикәм. — Әсәй... — Ул да ҡапыл нимә әйтергә белмәне. — Ул үҙенсәлекле шул.

— Бая рәхмәт тә әйтмәй сығып киткәнмен, — һүҙҙе икенсегә борҙом.

— Кәрәкмәй! Мин һиңә рәхмәт әйтергә тейешмен. Ғәфү үтенергә лә.

— Юҡ. Үткәндәр үтте инде.

— Самира тыуғас, бөтә нәмә үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Минең ҡыҙым менән улай итмәһендәр инде.

— Эйе, бала бөтә нәмә үҙгәртә шул, — тигән булдым был һөйләшеүҙе туҡтатыр өсөн. — Самираны һаман үҙең имеҙәһеңме?..

Икебеҙҙең дә беренсе бала булғас, йәһәт кенә һөйләштек тә киттек. Ҡәйнәм башта араны бутап та ҡараны, ҡайынбикәм килгәндә мине индермәй, уны миңә ебәрмәй аптыратты. Әммә ҡайынбикә уны тыңлап торамы инде? Бер-ике тапҡыр, “индермәгәсһең, уларға айырым ҡунаҡҡа йөрөйөм” тип тура беҙгә инеп китеп, Самираны ла күрһәтмәгәс, ҡәйнәм башҡа өндәшмәне.

Дауамы бар.

Автор:
Читайте нас