ҠЫҘЫЛ БУЙЫ ЕГЕТЕ
Тыуған йортоноң алдынан ғына Ҡыҙыл йылғаһы аҡҡан Буранғол ауылында тыуып үҫә һоҡланғыс таланты өҫтөнә үҙ-үҙен үҫтереүгә ныҡышмал тырышлыҡ һалыуы арҡаһында йәшләй генә ҙур танылыу яулаған артист. Вәсилә һәм Рәфис ғаиләһендә ул балаларҙан иң өлкәне. 1991 йылдың 29 апрелендә донъяға килгән. «Йырлау һәләте һиңә кемдән бирелгән?» — тигән тәүге һорауыма йырсынан шуға йә быға оҡшағанмын тигән аныҡ ҡына яуап алманым. Шулай ҙа: «Әсәй гармунда, мандолинала уйнай торғайны», — тип ҡуйҙы ул. Бына шундай баҫалҡы, тыйнаҡ, ябай ғаиләлә буй еткерә буласаҡ йондоҙ. Хәйер, йондоҙ булырмын тигән уй бала сағында башына бер инеп сыҡты микән ауыл малайының? Әһәмиәт бирмәһә лә, талант тигәнең тынғы бирмәй — күңелдән шытып сығып бара барыбер. Урта кластарҙа Дамир мәктәптә Нурсилә Ҡасим ҡыҙы Мөхәмәтова етәкләгән театр түңәрәгенә йөрөй. Төрлө сәхнәләштереүҙәрҙә ҡатнаша. Кәүҙәле генә булғас, Яңы йыл иртәлектәрендә Ҡыш бабай ролен Дамирға бирәләр.
Ә йырлау һәләте осраҡлы асыла. Үҫмер йылдарында кем генә гитара йә синтезаторҙа уйнау тураһында хыялланмай икән? Дамирҙы ла был теләк урап үтмәй. Дуҫы Айгиз Килдейәровҡа ағаһы синтезатор алып ҡайтҡас, малайҙар шунда йыйылып, көйҙәр сығарып, йырлап ултырыуҙы ғәҙәт итә. Шулай бәләкәй генә вокал-инструменталь төркөм барлыҡҡа килә. Әлбиттә, солист-вокалист Дамир Тайыпов була. Ауылда йырлап сығыш яһап йөрөгән уҡыусылар «Яҙғы тамсылар» конкурсында тәүгә район сәхнәһенә сыға. Жюриҙа ултырған профессиональ белгес С. Ғ. Хызыров, Дамирҙың бас-баритон тауышының мөмкинлектәрен ишетеп, егетте үҙенең вокал дәрестәренә саҡыра. Ошо ваҡиға уның тормошонда хәл иткес роль уйнай.
— Сәғит Ғәлебай улының дәрестәренә ҙур теләк менән йөрөнөм. Аҙнаға өс тапҡыр бер үҙем район үҙәгенә автобус менән барып ҡайтыуым хәтерҙә. Остазымдың уҡыусылары байтаҡ ине. Күптән шөғөлләнгән вокалсыларҙың халыҡ йырҙарын зыңғырлатып башҡарыуҙарына һоҡланып: «Их, ошолай итеп йырларға ине ул!» — тип йотлоғоп тыңлай, уларҙың матур боролоштарын, мелизмдарын отоп алып ҡайтҡандарҙы өйҙә үҙаллы көйләп ҡабатлай торғайным. Ысынын ғына әйткәндә миңә уларҙың кимәленә етергә ныҡ алыҫ ине ул ваҡытта. Шулай ҙа Сәғит ағайҙың: «Һин булдыраһың!» — тигән һүҙҙәре ҡанат ҡуйҙы, хатта мәктәпте тамамлағас, вокал буйынса уҡырға китергә ышаныс уятты. Өфөгә лә Сәғит Ғәлебай улы оҙатыуында, уның машинаһында барҙым. Уға ныҡ рәхмәтлемен! Әлбиттә, вокалға һуң тотонғас, күп ваҡытты юғалтыуым көн кеүек асыҡ ине. Урта белем нигеҙендә сәнғәт колледжына уҡырға ҡабул ителеүемә ҡыуанып риза булдым.
ДӘРТЛЕ ЙӘШЛЕК, СТУДЕНТ ЙЫЛДАРЫ
— Вокал бүлегендә Нәйлә Йосопова класында уҡыным. Уҡыу араһында һалдат бурысымды үтәп ҡайттым. Колледждан һуң Өфө сәнғәт академияһына Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Йәмил Әбделмәнов класына уҡырға индем, унан аспирантура бөттөм. Бөтәһе 12 йыл ғүмеремде йырсы булыу өсөн белем алыуға бағышланым, — тип дауам итте ул һөнәри карьераһының инеш башы хәтирәләренә әйләнеп ҡайтып.
Тырышып уҡый йырсы егет. Быға 2019 — 2020 уҡыу йылында Башҡортостан Башлығы стипендиаты булыуы, 2021 йылда йәш мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә бирелеүсе РФ Хөкүмәте стипендияһын алыуы дәлил.
Әйтергә кәрәк, уҡыу менән эште бергә аралаштыра. 2015 йылда Дамир Тайыпов Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында солист-вокалсы булып хеҙмәт юлын башлай. Көс-дәрте урғылып торған йәшлек осорон заяға уҙғармай яҡташыбыҙ. Үҙен бөтә яҡтан һынай, үҫтерә, бер мөмкинселекте лә ҡулдан ысҡындырмай. Шулай булмаһа, уҡып йөрөүе һәм төп эш урыны булыуы өҫтөнә телевидениела алып барыусы булып эшләй алыр инеме икән?!
Ғаилә ҡороуы ла ошо осорға тура килә. Буласаҡ кәләше менән сәнғәт академияһында танышалар. Сибай сәнғәт колледжынан һуң юғары белем алыу маҡсатында Өфөгә килгән Баймаҡ ҡыҙы Нәргизә Аралбаева менән бер курста, бер парта артында ултырып уҡыйҙар. Өсөнсө курстан һуң йәштәр өйләнешә. Бишенсе курсты тамамлаған йылы Өфө янындағы Аҡбирҙе ауылында йорт һатып алалар.
Ғаиләһен матди яҡтан тәьмин итеү өсөн йүгереп түгел, осоп йөрөй Дамир. Өс йыл «Ҡурай» каналында ҡотлауҙар тапшырыуын алып барғандан һуң БСТ каналының иртәнге «Сәләм» тапшырыуы мөхәррире Наил Юнысовтың саҡырыуын ҡабул итә.
— Һәр көндө республика халҡын сәләмләүҙән башлаған ике йыл һиҙҙермәй елеп үтте. Иртәнге эфирҙа эшләү графигы ныҡ уңайлы ине. Телеүҙәктән сыҡҡас филармонияға китәм. Көндөҙгө ваҡытта музыкаль-әҙәби лекторийҙа эшләйем, ә кистәрен концерттарҙа сығыш яһау. Уның араһында төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашыу. «Сәләм»гә рәхмәтлемен. Камера алдында тура эфирҙа эшләү үҙ-үҙемә ышанысымды арттырҙы, телде үҫтереү, камиллаштырыу мәктәбе лә булды. Бер-бер артлы ике балалы булып киткәс, «зәңгәр экрандар» артындағы яратҡан эшемде ҡалдырырға тура килде. Сөнки йоҡларға бөтөнләй ваҡыт ҡалмай башланы. Ә йырсы өсөн артыҡ ҙур йөкләмәләр тауышҡа кире йоғонто яһай. Тормошомда телевидение баҫҡысын үтеүем өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен. Хәҙер күп рәсми сараларға алып барыусы булараҡ саҡыралар. Был ишекте ҡаты яптым, тип әйтә алмайым. Бәлки, киләсәктә...
ҺАҒЫНДЫРА ТЫУҒАН ЯҠ
— Тыуған ауылым, мәктәп, уҡытыусылар, балалыҡ дуҫтарым бер ҡасан да иҫемдән сыҡмай. Тамырҙарым ғүмерлеккә Буранғолға бәйләнгән. Әле унда атайымдың ҡустылары йәшәй. Ә үҙебеҙҙең нигеҙҙә икенсе кешеләр тора хәҙер, — был турала Дамир һағыш ҡатыш һөйләй.
2015 йылдың феврале. Йырсы Өфөлә бер етди сарала сығыш яһарға, 600 бала менән хорҙа йырларға тейеш була. Концертҡа әҙерлек ваҡытында өләсәһенең үлем хәбәрен ишетә. Бик теләһә лә, ҡайта алмай. Артист яҙмышы шулай. Ике көндән концерт алдынан йәнә йөрәк өҙгөс хәл тетрәтә — атаһын инфаркт һуға.
— Шаңҡып ҡалһам да, үҙемдә сығыш яһарлыҡ көс таптым. Йырлап сыҡтым да, атайым менән бәхилләшергә юлландым. Әсәйемә икеләтә ҡыйын ине. Беҙ, балалары, ул ваҡытта ситкә таралышып бөткән инек. Үҙе лә, ҡартатайым да яңғыҙ ҡалдылар. Шуға күрә ул олоғайған атаһын ҡарарға тип Баймаҡ районы Әбдел-кәрим ауылына ҡайтырға ҡарар итте. Өйҙө үҙ милләтебеҙҙән булған кешеләргә һатабыҙ тигән шарт менән һатыуға ҡуйҙыҡ. Ҡаланан башҡорт ғаиләһе алды. Бына шулай тыуған ауылыма ҡайтыр юлым өҙөлһә лә, Буранғолом йөрәгемдә. Һағына-а-а-м!
ЙОНДОҘЛО МИНУТТАР
Дамирҙың сәхнә тормошонда мәртәбәле конкурстар ҙур урын алып тора. Диплом-грамоталары өй стенаһын биҙәй, уларҙан йырсының бер йылды ла бушҡа уҙғармауын күҙ алларға була. Баш әйләндергес уңыштары — ныҡышмал хеҙмәте емештәре. Төрлө конкурс-бәйгеләр профессиональ үҫешкә булышлыҡ итә тигән ҡарашта ул.
Колледжда уҡыған мәлендә үк Дамир Тайыпов үҙен бик көслө вокалсы булараҡ таныта. 2013 йылда Мәскәүҙә үткән «Bella voce» XIX халыҡ-ара студент вокалистар конкурсының беренсе премия лауреаты була. Яңауылда уҙған Радик Гәрәев исемендәге III асыҡ вокалсылар конкурсында I урын ала.
2014 йылда Хакасия Республикаһында үткән Бөтә Рәсәй этник эстрада фестиваль-конкурсында ҡатнашып III дәрәжә диплом менән бүләкләнә.
2015 йылда һәләтен «Башҡорт йыры» республика телевизион конкурсында һынап I урын яулай.
2016-ла Төмәндә уҙған XXV йәштәр Дельфий уйындарында халыҡ йырын башҡарған өсөн диплом менән бүләкләнә. Ошо уҡ йылда Федор Шаляпин исемендәге I Халыҡ-ара вокалсылар конкурсында башҡорт халыҡ йырын иң яҡшы башҡарыу өсөн ул Мостай Кәрим исемендәге фондтың махсус премияһы менән бүләкләнә. Музыкант-башҡарыусыларҙың Заһир Исмәғилев исемендәге халыҡ-ара конкурсында III дәрәжә лауреат була.
2017 йылда Нариман Сабитов исемендәге халыҡ-ара вокалсылар конкурсында III дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ була.
2018 йыл Дамир Тайыпов өсөн ҙур еңеүҙәр менән килә. Халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың «Ирәндек моңдары» төбәк-ара конкурсында гран-при яулай. Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге асыҡ республика конкурсында I дәрәжә лауреат була. Санкт-Петербург ҡалаһында уҙған музыкаль вуздарҙы тамамлаусы вокалсыларҙың Бөтә Рәсәй смотр-конкурсы ла уға лауреат исемен килтерә.
2019 йылда Миләүшә Мортазина призына I Бөтә Рәсәй вокалсылар конкурсының I дәрәжә лауреаты була.
2021 йылда юғары һөнәри оҫталығы, мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереүгә индергән тос өлөшө өсөн Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. Ошо уҡ йылда 35 йәшкә тиклемге йәш мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре араһында РФ Хөкүмәте стипендияһына күрһәтелә. Төбәк-ара «Рубежи Победы» патриотик марафонында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Сыуаш Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты менән билдәләнә.
2022 йылда Дамир Тайыпов Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге «Башҡорт һандуғасы» башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың V республика конкурсында иң юғары баһаға өлгәшә — гран-при яулай. Грозныйҙа уҙған СССР-ҙың халыҡ артисы Муслим Магомаев иҫтәлегенә «Орфей» халыҡ-ара фестиваль-конкурсында II дәрәжә лауреат була. Фиҙаҡәр хеҙмәте һәм Башҡортостан Республикаһының музыка сәнғәтен үҫтереүгә индергән тос өлөшө өсөн БР Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.
2023 йылда Рәшит Ваһапов исемендәге XIX халыҡ-ара татар йыры фестивалендә гран-при яулап, Татарстан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының дипломына лайыҡ була. Башҡортостан Башлығы Р. Ф. Хәбировтың Указына ярашлы, 2023 йылдың 3 октябрендә Дамир Рәфис улы Тайыповҡа мәҙәниәт өлкәһендә арымай-талмай хеҙмәт һәм ижад итеүе өсөн «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә.
ТАЛАНТЛЫ ҒАИЛӘ — ТАЛАНТЛЫ БАЛАЛАР
Ҡәҙерле шөһрәтнамәләр араһында Тайыповтар ғаиләһенең дөйөм ҡаҙанышы булған наградалар ҙа бар. Талантлы, рухлы ғаиләлә шундай уҡ балалар тәрбиәләнә. Дамир менән Нәргизә уларҙың һәр яҡлап үҫешенә ентекле иғтибар бүлә, үҙҙәре менән бергә сәхнәгә лә алып сыға. Телдәр, ихлас бәләкәстәр — Баязит һәм Сараны республика халҡы социаль селтәрҙәр аша таный, яратып ҡарай, уларҙы башҡортса иң матур һәм таҙа һөйләшкән балалар тип атаһам берәү ҙә ҡаршы бәхәскә сыҡмаҫ, моғайын. Балалар былтыр Өфөлә уҙған «Мин башҡортса һөйләшәм» фестивален ойоштороусыларҙан да махсус бүләктәргә лайыҡ булдылар. Ә рухлы ата-әсә башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын үҫтереүгә, милли йолаларҙы пропагандалауға, телгә һөйөү тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Былтыр аталы-уллы Дамир һәм Баязит Тайыповтар «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамында ҡатнашҡан өсөн Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты менән билдәләнгән. Ғаилә йылына арналған «Юлдаш-Хит» фестивалендә Тайыповтар «Моңло ғаилә» номинацияһында еңеүсе булған. Баязит Ҡоролтайҙа мульти-инструменталист-йырсы Зәйнетдин менән бергә сығыш яһаған.
— Балалар русса ла яҡшы белә, йәнһүрәттәр ҡарай, дуҫтары менән аралаша. Рус теленә хөрмәтем ҙур, әммә үҙ телеңде белеү мотлаҡ тип һанайым. Беҙҙең ғаиләлә бер ҡағиҙә бар — өйҙә тик башҡортса һөйләшәбеҙ, белмәгән һүҙҙәренең тәржемәһен аңлатып барабыҙ. Баязит, малай булараҡ, батырҙар менән ҡыҙыҡһына. Ҡартатаһынан үҙенә уҡ-һаҙаҡ та эшләтеп алды. Үткән тыуған көнөндә (уға биш йәш тулды): «Миңә Кеше-үрмәксен килмәһен, байрамыма Ҡаранай батырҙы саҡырам!» — тип беҙҙе аптырауға һалды. Ярай әле, артист дуҫтар бар, Салауат Мөхәмәтйәров аниматор булып Ҡаранай образында килеп, милли уйын-ярыштар ойошторҙо, балаларҙың күңеле булды. «Салауат йыйыны»н асыу сараһында улым менән икәүләп «Ел, ерәнем» йырын башҡарҙыҡ. Ағаһынан был йырҙы Сара ла отоп алды. Ҡыҙ баланы наҙлы итеп тәрбиәләү йәһәтенән әсәһе шөғөлләнә, — тип һөйләй Дамир ғаиләһе тураһында.
Нәргизә лә, үрҙә әйтеп үткәнемсә, йырсы. Әсәй булғанға тиклем ул филармонияла эстрада труппаһында йырлаған, шулай уҡ БСТ каналында музыкаль мөхәррир булып эшләгән. Ижади пар сәхнәгә бер нисә дуэт сығарған. Бер-бер артлы ике бала менән оҙайлы декрет ялында ултырғанында йырсы ҡатын «До-мажор» студияһын булдырып, хәҙер вокал буйынса дәрестәр алып бара, балаларына ла ваҡыты күберәк ҡала. Сәхнәнән дә бөтөнләй йыраҡлашмаған. Киреһенсә, Тайыповтар яҡын киләсәктә ғаилә менән концерт ҡуйыу, республика буйлап гастролгә сығыу теләген тормошҡа ашырмаҡсы.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.