Мәҙәниәт
18 Мая , 11:57

Мораҡайҙар клублы булды

Ауыл халҡының шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Айрат Әминев, меценат Гөлнара Әминева, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Йәлил Зәйтүнов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Хәлил Рәхмәтуллин һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар килде.

Мораҡайҙар клублы булдыМораҡайҙар клублы булды
Мораҡайҙар клублы булды

Биш йыл дауамында ауылда мәҙәни усаҡ булманы. Әммә мораҡайҙар бина юҡҡа аптырап торманы. Ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары аулаҡ өйҙәрҙә йыйылышып, концерт-тамашаларға, башҡа төрлө сараларға әҙерләнде, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороп, бер-береһенән халҡыбыҙҙың боронғо биҙәүестәре серҙәренә өйрәнеп, үҙҙәренә селтәр, ҡашмау кеүек әйберҙәр эшләп алдылар, ырғаҡ, энә менән бәйләү, тегеү буйынса ла оҫталыҡтарын арттырҙылар. Клуб тулыһынса әҙер булмаһа ла, шыршы ҡуйып, 2026 йыл маскарадын да ошонда уҙғарҙылар.
Һәм бына Яҙ һәм хеҙмәт байрамында яңы бина тантаналы асылып, был көн мораҡайҙар өсөн икеләтә байрамға әйләнде.
Айрат Зиннәт улы менән клуб мөдире Ғәлиә Салауат ҡыҙы ҡыҙыл таҫманы ҡырҡҡас, ҡунаҡтар барыһы ла клубтың эсенә үтте. Бинала тамаша залынан башҡа мөдир өсөн, гримм һәм ҡаҙанлыҡ бүлмәләре бар.
— Ауылдарҙа мәҙәни усаҡтарҙың асылыуы айырыуса ҡыуаныслы ваҡиға. Матур, күркәм Мораҡай клубы бөтә ауыл халҡын — оло йәштәгеләрҙе, егет-ҡыҙҙарҙы ла, балаларҙы ла тартып торор урын булһын һәм гөрләп эшләһен. Байрамдарҙы ошонда үткәреп, шәп концерттар әҙерләгеҙ, тамашаларға беҙҙе лә саҡырығыҙ, — тигән изге теләктә клубҡа ноутбук бүләк итте район башлығы.
Оҙаҡ йылдар Байым ауыл мәҙәниәт усағын етәкләгән, республика халыҡ ижады үҙәгенең инклюзив ижади лабораторияһы етәксеһе Марс Сәйетғәлин изге теләктәренә ҡушып, үҙ эшенең оҫтаһы булған клуб мөдире Ғәлиә Кинйәбаева тураһында мәғлүмәт ингән китап-журналдар менән 5 ҡурай ҙа бүләк итте клубҡа. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Йәлил Зәйтүнов та яңы клубҡа аҡсалата бүләк яһаны.
Ғөмүмән, яңы йорт туйлағанда берәү ҙә буш ҡул менән килмәй. Мораҡай клубын асыу тантанаһында ҡатнашҡан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Хәлил Рәхмәтуллин, меценат Гөлнара Сәфәрғәле ҡыҙы, Байым ауыл биләмәһе башлығы Даян Фәтхуллин, район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Фәнил Әсәҙуллин, Байым мәҙәниәт йорто етәксеһе Зәмирә Мөхәмәтова һәм башҡалар яңы бинаның бик матур һәм заманса килеп сығыуын билдәләп, бында төрлө байрамдар, концерттар, мәҙәни саралар даими үткәреләсәгенә ышаныс белдереп, бүләк тә тапшырып үтте.
Ауыл халҡы исеменән һүҙ алған Рушания Ғаззалова ауылға клуб һалып биргән район хакимиәтенә, төҙөлөштө алып барғандарға, бар эштәрҙә ярҙам ҡулы һуҙғандарға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, бинаны кәртәләп алыуҙа ла ярҙам булһа, клуб баҡсаһын гөл-сәскәгә күмер инек тигән теләктәрен дә еткерҙе.
Байрамға Өфөнән килеп еткән ауылдаштары Фәиз Харрасов тыуған ауылына бағышлап яҙған шиғырын уҡып ишеттерһә, уның ағаһы Вәсил ҡурайҙа һыҙҙырҙы.
Байымдарҙың да музыкаль бүләге тос булды: «Шатлыҡ» балалар бейеү ансамбленең, инструменталь ансамблдең сығыштарын халыҡ яратып ҡабул итте.
Тантаналы сарала күрше Яңы Балапан ауылынан «Саңдыүҙәк» фольклор төркөмө сығыш яһап, йырлы күстәнәстәрен бүләк итте. Ә Мораҡай ҡатындарынан торған «Йәйғор» ансамбле сығыштары байрамдың төп биҙәге булды.
— Ижад итеү, осрашыуҙар үткәреү һәм мәҙәни ял итеү өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған заманса клубыбыҙ ауылдың мәҙәни тормошон йәнләндерәсәк, бында йыр-моң тынмаҫ, түңәрәктәр эшләп торор, — тип ышандырҙы мораҡайҙар. Шулай була күрһен!

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас