

Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы 2026 йылда “Мәҙәниәт” милли проектының «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» федераль программаһы буйынса Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт ойошмаһында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең вакантлы вазифаларына икенсе конкурс һайлап алыуы башланыуы тураһында иғлан итә.
Конкурс нигеҙендә һайлап алыуҙы тормошҡа ашырыу осоро: 2026 йылдың 27 июленән 7 август айына тиклем үтәсәк
- Әгәр һеҙ Башҡортостан Республикаһының торлаҡ ауыл пункттарында, эшселәр ослоҡтарын, ҡала төрөндәге поселоктарға йәки 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларҙа урынлашҡан мәҙәниәт учреждениеларына эшкә урынлашырға һәм күсенергә әҙер булһағыҙ, һеҙҙе бер тапҡыр бирелә торған 1 миллион һум компенсация түләү конкурсында ҡатнашырға саҡырабыҙ, - тип хәбәр итәләр Мәҙәниәт министрлығы сайтында.
Был хаҡта тулыраҡ Мәҙәниәт министрлығы сайтында https://culture.bashkortostan.ru/presscenter/news/835452/ һылтанмаһы аша белергә була.
Фото: Мәҙәниәт министрлығы.