Мәҙәниәт
23 Августа , 15:05

Ямғырлы кистә

Йәй. Бесән әҙерләү осоро. Ауыл кешеләренең көсөнән килгәне колхозға ла, үҙ малына ла бесән әҙерләү менән мәшғүл. Тик шуны ғына көткәндәй йоманан һуң ысыҡлап ҡына яуа башлаған ямғыр, ул көндө туҡтаманы. Тымырға уйламай ҙа, көсәйгәндәнкөсәйә генә. Һуғыш бөткәнгә ике йыл, бала-сағаһы менән тол ҡатындар, ҡарт-ҡоролар елкәһенә төшә был ауыр эш. Ҡояш байыуға тәгәрәгәс, елләгәс, Шәрип әсәһенә эйәреп, Зәйнәп йылғаһы буйына барғайны, шиңлерәген әйләндереп, өйөп ҡайтырға ҡабаландылар. Бер-ике күбә күбәләүгә, ғиллә ямғыр шаулап килеп тә төштө. Ауылына терәлеп күтәрелгән шомло Уралтау буйын ҡараңғылыҡ баҫты. Эре күҙле ямғырға ҡойоноп, манма һыу булып күшегеп, эштәре эш булманы.

Ямғырлы кистәЯмғырлы кистә
Ямғырлы кистә

Әсәһе Нәзирә инәй: «Йоманан йомаға һуҙылыр инде», — тип һөйләнгәйне, изге көндөң үтерен көтөргә тура килер. Урамда күҙеңә энә менән төртһәң дә, бер нәмә күҙгә эленмәй. Шыйыҡ сыбығын эләктереп, малдарын яндыра тартып, елдереп алып ҡайтырмын тиһә, улары ҡапҡа төбөндә көйшәп көтөп торғандар. Әсәһе тиҙ арала һыйырын һауып, Шәрип ялан кәртәгә бикләй һалды.
— Туфан һыуы ҡалҡмағайы. Туҡтарға уйламай ҙа был. Оҙаҡҡа һуҙылып, ҡойма ямғырға әйләнмәһә, ярай ҙа. Бесән эшләүҙәре бер ыҙа, йыҡҡан бакуйҙарыбыҙ сереп ҡарайһа, харап булабыҙ, — тип хафаланып, әсәһе ишеген эстән элде. Мейескә ут яҡмағас, еүеш.
Һыуыҡ былай ҙа өшөгән күңелдәрен бойоҡһота. Ойотҡан менән мөртәтһенделәр ҙә ураныбыраҡ ятырға булдылар. Уларҙы үсекләгән кеүек шыңшыу ямғыр тәҙрәгә сиртеп, тағы ла ҡоторондо. Шәрип төн ҡараңғылығында ҡаршы яҡ өйҙәрҙе ҡарап-ҡарап ала. Уларҙа милтәле шәмдең һүрән яҡтылығы беленер-беленмәҫ һиҙелә. Урам аҡ һыу боҫона күмелгән. Күшеккән бер-ике кәзә йораты ҡаршы яҡ күрше ҡапҡаһы төбөнә һырышҡан. Әсәһенең һарыҡ йөнөнән күбеп хәстәрләгән юрғаны ни ҡоро септә. Кемдер тыштан ишекте туҡылдатты. Шаҡылдау тағы ҡабатланды. «Был ямғырҙа кем булыр икән?» Нәзирә инәй тороп ултырҙы. Шәрип юрғаны аҫтынан башын ҡалҡытты. Шәмһеҙ өйҙә әсәһенә эйәреп ингән ике кешенең, берәүһе оҙон, икенсеһе тәпәш икәнен шәйләне.
— Ҡәйнә, бер төн йоҡлап сығайыҡ инде. Ямғырға эләгеп, бесән ҡайғыһы китте, — тигән рөхсәтенән, Шәрип һуғышта ятып ҡалған бер туған ағаһы Ғәлләметдиндең ҡатыны, Мәмдүҙә еңгәһе, икәнен абайланы.
— Ярар, балалар, төпкө бүлмәгә инегеҙ, — тип күңелһеҙ генә ризалығын биреп, әсәһе самауырына йәбеште.
— Юҡ, юҡ, ҡәйнә, ыҙаламағыҙ, сәй эсеп тормаҫбыҙ, — тинеләр ҙә күрһәткән бүлмәгә йүнәлделәр.
«Эх, Ғәлләметдинем»... Әсәһенең улын юҡһынып илаулағанына Шәрип күнегеп тә бөткән. Сәңгелдәктә ятып ҡалған кинйә малай, әлбиттә, фронтовик ағаһын ишетә генә белә. Ята торғас, Шәриптең күҙ ҡабаҡтары ауырайҙы, хырылдай ҙа башланы. Нәзирә инәйҙең ҡайғыһы яңырҙы. Баш балаһы яҙмышын баштан аяҡ яңынан кисерҙе. Һуғыш алдынан баш малайы күрше ауылы ҡыҙына өйләнгәйне. Шул ауылда силсәүит секретары булып эшләгән еренәнфронтҡа оҙатты. Башлыҡ Муса ағай бер килгәнендә: «Еңгә, улың һәләтле, уҡымышлы. Район үҙәгендә йыйылышта урыҫса телмәр тотоп, барыһын да аптыратты әле. Ғәлләметдиндә өмөт бар, юғарыға үрләр», — тип һөйөндөрөп киткәйне. Ауылы ҡарт-ҡоролары улын кантон олатаһына тартҡан, баҫҡан ерендә ут ҡабыҙғанмы ни, атлап түгел, бер баҫаһын ике баҫа, тип
уға өмөт бағланылар. Баш балаһы ҡәҙерле ине шул, күҙҙәренә ҡарап ҡына, кәңәш-төңәшкә лә хуп ине — тип уйҙарының осона сыға алмай, керпек тә ҡаҡманы Нәзирә инәй. Бер йылдан өләсәй булыу шатлығын да кисерҙе. Ғәлләметдин йыш ҡына бер иптәшен алып килгеләне. Аңғармаҫтан, ошо ямғыр шикелле, ер йөҙөн ҡара һөрөм баҫты, көнбайыштан ҡара яу ҡупты. «Партизан» колхозында иген урып, әҙәмсә икмәккә туйынып, ҡулдарына аҡса төшкәйне, тормоштары, күсәренән ысҡынған арбалай, туҡтап ҡалды. Тәүге аҙнала уҡ улын күрше ауылдан һуғышҡа оҙатты. Ғәлләметдин менән йән дуҫы Ғайса бергә киттеләр. Уның артынса ирен дә яуға саҡырҙылар. Хәкименән хат-фәлән булманы. Һуғыш бөтөрөнә ярты йыллап ҡалғас, үле хәбәрен белдергән ҡағыҙын алып, аңҡы-тиңке булды. Ҡайғы-хәсрәт яңғыҙы йөрөмәй тигәндәре дөрөҫ икән шул, ейәнсәре лә йәше тулыр-тулмаҫ ауырып мәрхүм булды. Балаһыҙ ҡалғас килене толҡа тапманы:
— Ҡәйнәм, оло ауылда эше лә табылыр, ҡартайған ата-әсәйемә лә ярҙам кәрәк, — тип, рөхсәт һорағандай өндәшкәс, тыйып тормауҙы хуп күрҙе. Килене лә ҡайтып киткәс, Нәзирә инәй, башҡаса күрмәҫтәй булып, артынан оҙаҡ ҡарап тороп оҙатып ҡалды. Һуғыш
яландарынан килгән ҡара ҡағыҙҙар былай ҙа йонсоу кешеләрҙе бөгөп өттө генә. Ҡайғы артынан ҡайғы йыя ине улар. Шулай ҙа бер көндө килене килеп, улының хаттарын уҡып ишеттерҙе. Көнө-төнө намаҙына баҫып, Хоҙайынан тиҙерәк һуғыш бөтөүен, ил улдарының бөтә ағзаларының теүәл, һау булыуҙарын һорап, теләге ҡабул булыуына ышана ине. Ҡышын буран сығып, юл ситтәренә һырынтылар өйә башлағанда, килене башын эйеп, күҙҙәрен йәшереп килеп ингәс тә:
— Килен, берәй шом бармы әллә? — тип уға тексәйҙе.
— Сәләм килеп төштө үҙенән. Шуны һеҙгә ишеттерәйем тип, эштән һуң ҡабалан килдем, — тип, кеҫәһенән өсмөйөш хат сығарҙы.«Үҙенән» тигәс, ҡәйнәһе урындығы ситенә йәтешләп ултырып, тыңларға әҙерләнде. Ара-тирә ауылдарҙан бер-нисә кеше тереләй дошманға бирелгән, шуға ла район үҙәгенән әллә ниндәй ят әҙәмдәр килеп, ғаиләләрен бимазалап бөткәндәр тигән хәбәр таралғайны ауылда. Хәйерлегә булһын.
— Барығыҙға ла сәләм тапшырған, һаулыҡ теләгән, хатты уҡығас та ҡайғырмаҫҡа ҡушҡан, иҫәнмен, артыҡ борсолмағыҙ тигән, — тине лә ҡысҡырып уҡый башланы.
«Был хатты Мәскәү өлкәһенән алыҫ түгел ЯңыУсман ауылы янындағы ялан госпиталенән яҙам. Яраланғаныма егерме көн булды. Хәлемде белгертеп яҙырмын тинем дә ошоғаса һуҙылды. Минең өсөн хафаланмағыҙ, ярам үтә ауыр ҙа түгел. Бәлки йүнәлгәс, ун көнгә
ҡайтырға рөхсәттә булыр. Яҙмыш ҡушһа, шунда күрешербеҙ», — тине лә килене туҡтап ҡалды. Хаты ҡалын, ике-өс бит күренә, ниңәлер шымдысы.
— Ҡайһы ере яраланған икән? Аяҡ-ҡулымы әллә икенсе ереме?
— Яҙмаған шул, ҡәйнәм.
— Ҡулы-башы, күҙе имендер әле. Үҙе хат яҙырлыҡ булғас, — тигән булды килененә ҡарап.
Йәштәр араһында нимә генә булмаҫ, миңә ҡағылмайҙыр тип, түрбашында ҡашығаяҡ менән булыша башланы. Икенсе хатында улы бер яҡ күҙенә, һул яҡ сикәһенә снаряд ярсығы тейгәнлеге тураһында белгерткәйне. Госпиталдән өс хатын алдылар. Һуңғыһында йүнәлеп
тағы ла фронтҡа китеүен белдертте. Күп тә үтмәне, хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында мәғлүм булды. Туғандары йыйылышып, сеңләп илаштылар ҙа үҙ мәшәҡәттәренә бикләнделәр. Бындай ауыр ҡайғылар көн дә тигәндәй һәр кемдең ишеген ҡаға. Нәзирә инәй күҙ йәштәренә быуылып, көнөтөнө улын юҡһынып илауҙауы, былай ҙа ауыр тормоштарына йәм өҫтәмәне.
Шул йылды бесәнгә төшөр алдынан малайын иптәшкә алып, ҡоҙаларына барып хәлдәрен белешергә, бер юлы киленен дә күрергә тип, юлға сыҡты. Шәриптең кейем генәһе юҡ, иртә яҙҙан ҡар яуған көҙгә тиклем ялан аяҡ, бер ыштан да, ылбырап бөткән бер күлдәктән. Еңгәһенең ауылы ниндәйҙер? Шуға ла тиҙерәк күрергә ашҡына. Уҡыуға төшмәгән ете йәше тулып килгән малайы ат юлынан әсәһенә иркәләнгән кеүек алға йүгергеләй, үләнгә аунай, артта ҡалған булып, ҡыуып етә. Ауылға етер саҡта тау юлы түбәһенә артылғас, ауылдың ҙурлығына иҫе китеп бер талай аптырап ҡарап торҙо. Йөҙләгән йорт барҙыр! Ҡалҡыу ерҙә ултырған йорттоң манараһы күренде, «моғайын мәсеттер», тип, өндәште. Еңгәһенең өйө ҡапҡаһына ингәс тә ҡоҙаһы менән ҡоҙағыйы тәкә һуйып, уның эс-ҡарынын йүнләп
урынлаштырыуына тағы иҫе китте. Уларҙың сәләмен алғас та ҡоҙағыйы Шәриптең арҡаһынан яратып һөйөп алды. Ҡапҡа эсен байҡағас, унда арба күҙҙәренә салынды, тимәк, ат менән эшкә йөрөйҙәр. Ҡоҙа кеше йәше туҡһанға еткәс, һуғышҡа ла алынмаған. Ҡапҡа эсе
бөтөн, емерелеп ҡойолоп торған ере юҡ. Сәй эскәндә: «Килен күренмәйсе», — тиеүенә, ҡоҙағыйы ҡыҙының эштә булыуын белдерҙе. Һөйләшеүҙең ҡыҙығы бөттө, кәрәгебеҙ ҡалмаған да, тигән кеүек Шәриптең әсәһе урынынан ҡуҙғалды. Салғы тапап ултырған ҡоҙаһына:
— Салғымды тотоп килмәгәнмен икән. Ауылда уны тапатып алыр кеше ҡалманы, — тиеүенә, ҡоҙаһы яурынын ғына һелкеүҙе хуп күрҙе. Хушлашып ҡайтыр юлға төштөләр. Әсәһенең кәйефе боҙолдо, үҙе алдына: «Байҙар. Бәхете бар. Һуғыш та уларҙы урап үтте. Күстәнәскә бер туҡмаслыҡ ит тә отторманылар. Һарандар. Ярар, туҡтың ҡайғыһы аста булмаҫ», — тине лә, ошоноң менән һүҙ бөттө тигәндәй, улын етәкләп алды. Һуғыш афәттәренән биш-алты йыл уҙғас, уларға бер һалдат килде. Нәзирә инәй уны сырамытып: «Әллә Ғилметдинемдең
иптәше инде» тип, яндырай ҡарап алды. Элек килгәнендә йәш сырайлы ине, хәҙер ир ҡорона тулған. «Улым да шулай булыр ине», тип күҙҙәренә йәш алды.
— Һуғышҡа Ғилметдинем менән бергә сығып киткәйнегеҙ, ул ҡайта алманы. Малайымдың яҙмышҡынаһы шулай булды инде. Ауылығыҙҙа йәшәйһеңме, нисек тормошоң? — тип ҡыҙыҡһынды.
— Ауылыбыҙҙа ни эш тә юҡ.
Әллә ситкә китеп эшкә төшөргәме тип уйлайым. Һүҙ артынан һүҙ сығып, сәғәттәй һөйләшеп ултырҙылар.
— Ғәлләметдин менән хатлашып торҙоҡ, — тине лә урынынан ҡуҙғалды. Һаубуллашҡас, ишек төбөндә тапанып, әйләнеп ҡараны. Нәзирә инәйгә ул нимәнелер әйтеп бөтөрмәгән һымаҡ.
Бер аҙнанан килене Ғәлләметдиненең иптәшенә кейәүгә сыҡҡанын белде. Килене яғынан Маһинур ҡоҙағыйы ауылға ҡунаҡларға килгәнендә: «Үткән йомала Мәмдүҙәне әйттереп, район үҙәгенә алып китеп тә барҙы», — тип ишеткән хәбәре дөрөҫлөгөн
раҫлап та ҡуйҙы.
— Ғилметдин кейәү, ҡайта алмаһа, ғаиләһен етем итмәй, Мәмдүҙәгә өйләнергә ҡушҡан булған. Ғайса вәғәҙәһен үтәне», тип тә өҫтәне. Ауыл халҡы был ваҡиға тураһында тәфсирләп буталап төрлөсә фекер йөрөттө. Нәзирә инәйҙе, әлбиттә, улын хәтерләтеп торған килене яҙмышы, эстән яндырҙы. «Исмаһам, улым төҫө булып, ҡыҙ ғынаһы ла ҡалманы», — тип йөрәкһенде. Был тормош тигәнең үтә лә ҡатмарлы, күрмәгәнде күрелде, исмаһам, ошо малай ғынам һуғыш уттарын күрмәһә ярар ине, тип, уйҙарының осона сыҡҡайны, ишектән килене
менән Мораҙым күренде. Урынынан ҡалҡырға уйлаған ҡәйнәһен күргәс, килене:
— Ҡәйнәм, ят, ят. Еүештә эш ҡыйратып булмаҫ, — тигәс, ҡәйнәһе торманы.
Ишек төбөнә барып еткәс:
— Ҡәйнәм, беҙгә асыуланма инде, — тине лә минән бурыс төштө тигән һымаҡ, сығыу яғына әйләнде. Нәзирә инәй:
— Юҡ, юҡ, асыуланмайым, бер ни ҡыйратып булмай. Бәхетегеҙ булһын, — тине лә, ихтыярһыҙҙан сыҡҡан күҙ йәштәрен тыя алмай, тиҙ генә ситкә боролдо.

Мораҙымдың:
— Рәхмәт, инәй, — тигәне ҡолағына салынды.
Ошонан һуң килене менән тоташтырып торған күпер емерелеүен Шәриптең әсәһе аңланы. Үҙе лә бит уларға фатиха биргәйне. «Минең ҡайғымды бүтәндәргә бирмәһен, һуғыш уттары әсәләрҙән балаларын тартып аламаһа ине», тип биҙрәһен алып, кәртәһенә һәүкәшенә йүнәлде. Ямғыр тымған, бөгөн алтын ҡояш ғаләмгә көлтә нурҙарын мул һибә. Нәзирә инәй ҙә, улы ла күптән гүр эйәһе инде. Инәй мәрхүмәнең теләге ҡабул булманы. Алыҫ Көнбайышта ҡара болоттар ҡалҡты, әҙәмде биҙрәткән нацизм ҡайтанан ҡалҡты. «Тимер ҡоштар»
күк йөҙө буйлап әсәләрҙең ғәзиз балаларын, ирҙәрен ҡырырға тотондо. Ҡасан туҡтар был мәғәнәһеҙ һуғыш?!
                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                       Зөһрә Бәшәрова.

Автор:
Читайте нас