

“Ни өсөн мин клубтарға тотондом?Былтыр мин райондың барлыҡ клубтарында ижади миҙгелде асыу тантанаһында булдым. Беләһегеҙме, миңә ысын күңелдән оят булды. Пенсионерҙарыбыҙ, профессиональ артистар түгел, ә үҙешмәкәрҙәр бейей, йырлай башҡаларҙы ылыҡтыра. Тик клубтарҙа ҡайҙалыр һалҡын, ҡайҙалыр стеналар емерек. Тап шул саҡта мин ныҡлы ҡарар ҡабул иттем: мәҙәниәт — ул ауылды берләштергән нәмә. Һәм мин уның менән ныҡлап шөғөлләнәсәкмен.
Мин мәҙәниәт усаҡтарыбыҙ ихтыяждарына 15 миллион һум бүлеүгә өлгәштем. Ҡайҙа ултырғыстарҙы алмаштырырға, ҡайҙа сәхнә өсөн кейем һатып алырға, ҡайҙа фасадты ҡайҙа ремонтларға кәрәклеген белер өсөн шәхсән үҙем барып ҡарайым”, % тип яҙып сыҡты үҙенең сәхифәһендә Айрат Зиннәт улы.
Дәүләттә эштәр бара ла инде, уның бинаһы тыштан ремонтланды, алда – эске эштәр ҡала.
Йәнгел клубы тыштан матур булһа ла, эстә ҙур эш күләме талап ителә.Был объект буйынса район башлығы БР Мәҙәниәт министрлығына барасаҡ. Байым һәм Ташбулат мәҙәни усаҡтары ла иғтибар үҙәгендә ҡалдырмаясаҡбыҙ.
Һәйбәт тип иҫәпләнгән клубтарҙа иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ.
Бөтә был эштәр “Мәҙәниәт” милли проекты (нацпроект “Культура”) үтәлешенә булышлыҡ итә.