Әбйәлилдең ҡәләм оҫталарын бер майҙанға йыйған ваҡиға уларҙы дөйөм ҡорға берләштереүҙе, хәҙерге әҙәбиәт алдында торған мәсьәләләр, заман тыуҙырған темалар тураһында фекер алышыуҙы, һәләтле балаларҙы үҫтереүгә һәм башлап яҙыусыларға булышлыҡ итеүҙе маҡсат итте.
Беренсегә үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, «Ҡәләмтуй» йәмғиәттә, бигерәк тә күрешеүгә һыуһаған ижад әһелдәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Әбйәлилдәрҙең башланғысын күтәрмәләп, РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының президиум рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире, яҙыусы Мөнир Ҡунафин, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире, шағирә Лариса Абдуллина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, БСТ каналаның интерактив тапшырыуҙар редакцияһы етәксеһе, тележурналист Наил Юнысов, «Китап» нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева һәм уның урынбаҫары Илзидә Йосопова, Силәбе өлкәһенең Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмәһе етәксеһе Ҡамса Мортазин, «Атайсал» гәзитенең баш мөхәррире, яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡов, Башҡортостан Журналистар союзының көньяҡ-көнсығыш ижади берекмәһе етәксеһе, Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры — «Һаҡмар» гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Сәлихова яҙыусылар йыйыны эшмәкәрлегендә ҡатнашты. Ҡунаҡтарҙы район башлығы Айрат Әминев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, район башлығының эске сәйәсәт буйынса кәңәшсеһе Хәлил Рәхмәтуллин һәм район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Вил Илһамов оҙатып йөрөнө.
Ҡаршы алыу өлөшөн мәҙәниәтселәр сағыу һәм йөкмәткеле итеп атҡарҙы. Башҡорт әҙәбиәте тарихында әһәмиәтле урын биләгән шәхестәр — Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев-Балапанов, Шафиҡ Әминев-Тамъяни быуаттар аша хәҙерге заман ҡәләм оҫталарына сәсән аманаты менән мөрәжәғәт итте.
«Ҡәләмтуй»ға райондың әҙәби көстәре лә буш ҡул менән килмәгәйне. Ижад емештәрен ташҡа баҫтырыусылар китап күргәҙмәһен тәҡдим итте. Үҙәк район китапханаһы ҡуйған күргәҙмә Әбйәлилдең әҙәби мираҫына арналды. «Китап» нәшриәте әҙәбиәт яңылыҡтары менән һатыу итте.
Ҡунаҡтарҙың сығышы һәм бүләкләүҙәр
Тантаналы өлөштө «Ҡәләмтуй»ҙың идея етәксеһе Хәлил Рәхмәтуллин асып, төп маҡсаттарҙы билдәләне. Әҙәби ойошмаға берләшеү, уны рәсмиләштереү, йәштәрҙе ылыҡтырыу, бәйгеләр уҙғарыу, яңы авторҙарҙы халыҡҡа танытыу, китаптарын баҫтырыу кеүек бурыстарҙы һыҙыҡ өҫтөнә алды. «Ҡәләм артынан эҙ ҡала, һеҙҙең дә яҙмаларығыҙ әҙәбиәт тарихында эҙ ҡалдырһын», — тине ул әҙәби ижадсыларға.
Әбйәлил башлығы Айрат Әминев сәләмләү һүҙе менән сығыш яһағандан һуң, әҙәбиәт өлкәһендәге әүҙем эшмәкәрлек, туған телде, милли йолаларҙы һаҡлауға индергән өлөш өсөн ҡәләм оҫталарын райондың әһәмиәтле наградалары менән бүләкләне. Әҫәрҙәрен китап итеп сығарған Сулпан Әҡсәнова, Мәрйәм Сәлмәнова, Әнисә Махийәнова, Нәсимә Ғайсина, Гөлнара Нурғәлиева һәм Иҙрис Нөғәмәнов район Советы һәм хакимиәтенең Почет грамотаһына лайыҡ булды. Гүзәл Әхмәҙиева, Гөлфиә Ниғмәтуллина, Зиниә Ғәлләмова, Салауат Рәжәпов, Галина Гончарова, Наталья Егупова район хакимиәтенең Рәхмәт хатын алды. Тос әҙәби багажға эйә ил инәләре — билдәле балалар яҙыусыһы Айһылыу Йәғәфәрова (ул сараға килә алманы), халыҡ сәсәниәләре Мәүҙиға Баймөхәмәтова, Вәсилә Садиҡова, шағирә, журналист Гөлшат Әхмәтҡужина, шағирә, «Йәйғор» әҙәби берекмәһенең шиғриәт буйынса етәксеһе Фәнүзә Биктимерова «Әбйәлил районының атҡаҙанған ветераны», «Осҡон» гәзитенең яуаплы секретары Рәмилә Истанбаева «Әбйәлил районының атҡаҙанған хеҙмәткәре» күкрәк билдәләре менән наградланды.
Мәҙинә Йәғәфәрова, Исхаҡ ауылы:
— «Ҡәләмтуй» үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы форматы менән күңелде яуланы. Ойоштороу кимәле юғары булды. Иң мөһиме, 2015 йылдағы Әҙәбиәт йылынан һуң 11 йыл эсендә тәүге тапҡыр район ижади көстәренең эше хакимиәт тарафынан тейешенсә баһаланды, тип уйлайым. Ижади көстәрҙе бер ҡорға йыйырға өлгәшеү — үҙе үк ҙур һөҙөмтә. Яңы етәкселеккә эштәрендә уңыштар!
Лариса Абдуллина алыштырғыһыҙ әҙәбиәт белгесе Ким Әхмәтйәновты, үҙ дәүеренең иң илһамлы шағиры Рәмил Ҡолдәүләтте, бөгөнгө башҡорт шиғриәтендә халыҡсан, тәрән шиғырҙары менән үҙ урынын тапҡан Гөлнара Хәлфетдинованы биргән төбәккә ашҡынып килеүен әйтте. Яҙыусылар союзының балалар әҙәбиәте секцияһы етәксеһе булараҡ, йәш уҡыусылар өсөн яңыраҡ китабы донъя күргән Нәсимә Ғайсинаның ижадын маҡтап телгә алды, башҡаларға ла балалар өсөн күберәк яҙығыҙ, заманса фекер йөрөткән йәш быуындың зауығына тура килгән әҫәрҙәр тәҡдим итегеҙ тигән теләген еткерҙе. Мәртәбәле аудитория алдында Әбйәлилдә йәшәп ижад иткән Гөлсөм Хисмәтоваға Мәскәүҙән ебәрелгән «Пушкин премияһы» миҙалын тапшырҙы.
«Ҡәләмтуй» айҡанлы әбйәлилдәр өлөшөнә ҡоролтайҙан да бик тос наградалар килеп төштө. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң юғары наградаһы — «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән халыҡ сәсәниәһе Хәнифә Әүбәкерова, тыуған яҡты өйрәнеүсе, педагогик хеҙмәт ветераны Мөнирә Кирәйева, шағир Нәсих Сәлмәнов; Почет грамотаһы менән тыуған яҡты өйрәнеүсе, мәғариф ветераны Фирүзә Сафина, шағирҙар Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов, Марсель Хамматов, Илсиә Ҡасимова, драматург Радик Өмөтҡужин, «Йондоҙ» гәзитенең баш мөхәррире Азат Көмөшбаев; Рәхмәт хаты менән шағирә, ҡоролтай ағзаһы Фирүзә Ғәҙелшина, «Хазина» мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Илгиз Истамғәлин, тыуған яҡты өйрәнеүсе, педагогик хеҙмәт ветераны Мәүлиә Сафиуллина бүләкләнде.
БР Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов: «Әбйәлил — әҙәбиәтебеҙ өсөн изге ер», — тип оло хөрмәт менән сәсәндәрҙән башлап бөгөнгө шағир-яҙыусыларға тиклем райондың әҙәби ҡеүәһен барлап үтте. Өс йыл элек республика яҙыусыларын берләштереү маҡсатында барлыҡҡа килгән «Китап байрамы» кеүек, «Ҡәләмтуй» ҙа, һис шикһеҙ, Әбйәлилдең брендлы сараһына әйләнеренә, һәләтле кешеләрҙе табырға, күтәрергә ярҙам итеренә ышаныс белдерҙе. Айгиз Ғиззәт улы туған телдә яҙыусыларҙың милләтте һаҡлау буйынса оло миссия башҡарыуҙарына баҫым яһап, был юҫыҡта тағы ла нығыраҡ илһамланып эшләргә, берҙәм булырға өндәне һәм авторҙарҙан Яҙыусылар союзының драматургия, проза, шиғриәт, балалар әҙәбиәте секцияларында яңы әҫәрҙәр ҡулъяҙмаларын көтөп ҡалыуҙарын белдерҙе.
Мөнирә Кирәйева, Тал Ҡусҡары ауылы:
— «Ҡәләмтуй»ҙан шатланып ҡайттым. Сара уйлап, оҫта итеп ойошторолған. Килгән ҡунаҡтарға ла иғтибар етерлек булды, барыһының да ябайлыҡтары, әбйәлилдәрҙе маҡтап хуплауҙары күңелгә майҙай яғылды. Уларҙың килеүе районыбыҙ ижадсыларына мәртәбә генә өҫтәй тип аңлайым. Ижад кешеләре бер-береһе менән осрашып һүҙҙәре бөтмәне, ғөмүмән, шул тиклем шат булдыҡ. Беҙ үҙебеҙ бер полк, әллә дивизия, әллә армиялай икәнбеҙ! Күпбеҙ, шөкөр! Беҙҙең арттан балалар үҫеп килеүе оло ҡыуаныс. Инициаторҙарҙың, ойоштороусыларҙың яңы башланғысын хуплайым. «Ҡәләмтуй»ҙың республика кимәлендә, хатта Рәсәйгә сыҡһа ла яҙыҡ түгел, киң таралыуын теләйем.
Ҡәләмдәштәр, рухташтар байрамынан район матбуғаты менән әүҙем хеҙмәттәшлек иткән ауыл хәбәрселәре лә ситтә ҡалманы. «Осҡон» гәзитендә мәҡәләләре менән йыш сығыш яһаған Зөһрә Бәшәрова, Фәрзәнә Хамматова Башҡортостан Журналистар союзының Почет грамотаһына, Венера Мансурова, Айһылыу Тимербаева Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Уларҙы союздың көньяҡ-көнсығыш ижади берекмәһе етәксеһе Гүзәл Сәлихова тәбрикләне.
Тамъян ырыуы башҡорттарының IV йыйынына бағышлап былтыр донъя күргән 365 табаҡ биттән торған ҙур күләмле энциклопедик характерҙағы «Әбйәлил тамъяндары» китабының редколлегия ағзалары — проект етәксеһе Булат Исламбаев, мөхәррире Самат Фәйзуллин, материалдарҙы туплаусы Баязит Ғиниәтов һәм компьютерҙа версткалаусы Азат Көмөшбаев беренсе «Ҡәләмтуй»ҙа «Әбйәлилдең йыл китабы» номинацияһында еңеүсе тип билдәләнеп, махсус бүләккә лайыҡ булды.
Ҡәләм көсөн һынаусы балалар ҙа «Ҡәләмтуй»ҙа тәүге ижад емештәренән ауыҙ иттерҙе. Ташбулат, 1-се Асҡар урта мәктәптәренең башҡорт теле уҡытыусылары И. М. Билалова, З. Р. Ғәлләмова мөһим сараға уҡыусыларын алып килде.
— «Ҡәләмтуй» — исеме лә, девизы ла шәп яңғырай. Киләсәктә уның матур йолаға инеп китеүен теләйем. Әҙәбиәтебеҙ йәшәй: яҙыусыларыбыҙҙың, шағирҙарыбыҙҙың иҫ киткес матур китаптары бар — был һөйөнөс, оло ҡаҙаныш. Беҙгә алмаш булып йәш көстәр үҫә. Башҡорт яҙыусыларының «Берҙәмлектә — көс!» тигән акциябыҙ бар. Бер уйҙа, берҙәм булайыҡ, тарҡаулыҡтан ҡасайыҡ. Заман шуны талап итә. Тегендә (МХО биләмәһендә – авт.) ишетеп ҡайтҡан бер тарих буйынса яҙған «22-се снаряд» тигән мәҡәләмдә һиҙгерлек, берҙәмлек юғалһа, 22-се снаряд күктән төшмәйәсәк, беҙҙең йорттоң эсендә үҙе шартлаясаҡ тигән инем. Был һуғыш яланында ғына түгел, тормошта ла шулай, халҡыбыҙ көнкүрешендә лә. Берҙәм булайыҡ! — Мөнир Ҡунафиндың кинәйәле сығышы аҡыллыға ишара булып яңғыраны.
«Әйтер һүҙем бар»
Сара тик ҡотлауҙарҙан ғына үрелмәне. Әйтер һүҙе булғандарға асыҡ микрофон эшләне. Сәсәниә Хәнифә Әүбәкерова сара барышында тел осона килгән экспромт дүртюллыҡтары менән үҙ фекерен әйтһә, тел оҫтаһы Мәүҙиға Баймөхәмәтова «Ҡәләмтуй»ға шиғри теләктәре менән майҙан тотто. Сәсәниәләрҙең «Бер тигәс тә ни яман?» әйтеше сараға матур биҙәк өҫтәне.
Хәҙерге әҙәбиәттә көнүҙәк булған МХО, илһөйәрлек темаларына мөрәжәғәт итеүселәр араһында яугир әсәләре лә бар. Сара сиктәрендә уларға ла һүҙ бирелде. Шағирә апайҙар — Рысҡужанан Айһылыу Хәсәнова, Хәмиттән Илсиә Ҡасимова, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был һуғышта улдарын юғалтыу ҡайғыһын кисергән. Айһылыу апайҙың икенсе улы әлеге ваҡытта утлы яуҙа. Хафа-борсолоу, өмөт-ышаныс, ҡайғы-юғалтыу хистәрен ҡағыҙ битенә теҙеүсе әсә МХО-ға арналған шиғырҙар шәлкемен «Бағыш» исемле китабында баҫтырған. Красная Башкириянан мобилизация яугире әсәһе Гөлсәсәк Зәйнуллинаның йөрәк ярып сыҡҡан «Улдарға» йыры сараның был өлөшөн бик аһаңле йомғаҡланы.
Силәбе өлкәһенән ижадташтар Ҡамса Мортазин, райондашыбыҙ Сәфинә Хәкимова әбйәлилдәрҙең яңы башланғысын хупланы ла, ҙурланы ла. Районға шәхси китаптарын бүләк иттеләр. Әйткәндәй, «Ҡәләмтуй»ҙа иң ҙур бүләк — китап булды. Күптәр Айгиз Баймөхәмәтовтың популяр китаптарын авторҙың ҡулынан алыу бәхетен кисерҙе. Журналист булараҡ бер нисә тапҡыр МХО биләмәһендә командировкала булған Лариса Абдуллина публицистик очерктарҙан торған «Позывной «Башкир» исемле китабын Айрат Әминевҡа бүләк итте. Мөнир Ҡунафин алып килгән «Ағиҙел» журналдары ла ҡулдан-ҡулға тиҙ таралды.
Йыйындың эшлекле өлөшө биш майҙансыҡта дауам итте: «Бөгөнгө һәм киләсәк шиғриәт» (модераторы Фәнүзә Биктимерова), «Проза һәм драматургия» (Радик Өмөтҡужин), «Ҡәләм оҫталары — «Осҡон»доң дуҫтары» (Рәмилә Истанбаева), «Мәктәп йондоҙҙары» (Зиниә Ғәлләмова), «Барыһы ла Еңеү өсөн!» (Зөлфиә Сафина).
«Түңәрәк өҫтәл»дәр эше әҙәбиәттә исемдәре билдәле шәхестәрҙең ҡатнашыуы, тәжрибә бүлешеүе менән әһәмиәтле булды. Мәҫәлән, «Мәктәп йондоҙҙары» тирмәһендә шиғриәт өлкәһендә башлап ҡәләм тирбәтеүсе уҡыусылар ижадына Лариса Абдуллинаның анализ яһауы, бәләкәй генә образды ла күреп дәртләндерә белеүе улар иңенә, һис шикһеҙ, илһам ҡанаттары ҡуйғандыр. Проза өлкәһендә ижад итеүселәр билдәле әҙиптәр Айгиз Баймөхәмәтов, Мөнир Ҡунафин, Хәйҙәр Тапаҡовтан оҫталыҡ кәңәштәре алыу мөмкинлегенә эйә булды. Матбуғат дуҫтары иһә интернет заманында район гәзитенең бәҫен һүрелт-мәү, уҡымлы итеү һәм уны таратыу мәсьәләләре буйынса фекер алышты. «Барыһы ла Еңеү өсөн!» майҙансығы иң күп ғәмде йәлеп итте. Ҡәләм оҫталары утты-һыуҙы кискән кисәге яугирҙәр Урал Атауллин, Рәмил Иҫәнбаев һәм батыр улдар үҫтергән һалдат әсәләре менән (улар араһында Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың әсәһе Айгөл Шакирова һәм өләсәһе Сара Ғәниева ла булды) осрашты. Лариса Абдуллина Айгөл Милләт ҡыҙы менән күрешеү форсаты сыҡҡас, сер итеп тотҡан бер яңылығын сисмәйенсә ҡалманы. Тамерлан тураһында яҙған поэтик әҫәре тиҙҙән матбуғат биттәрендә баҫылып сығасаҡ! Батырҙар даны мәңгелек. Улар исемдәре, тарихи ысынбарлыҡ әҙәбиәттә лә урын алырға тейеш — «түңәрәк өҫтәл» артындағы һөйләшеүҙең төп темаһы ошо хаҡта ине.
«Ҡәләмтуй»ҙың киләсәге бармы?
«Бар!», «Булһын!» — тигән һүҙҙәрҙе сарала һүҙ алған һәр кеше әйткәндер, моғайын. Күпте вәғәҙәләгән ҡәләмдәштәр осрашыуы ғәмәлдә маҡсатына иреште. Иң мөһиме ул күптән төркөмдәргә бүлгеләгән райондың әҙәби көстәрен «Ҡәләмдәштәр союзы»на берләштерҙе. «Ҡәләмтуй» ахырында ҡабул ителгән резолюция берҙәм тауыш менән хуплау тапты һәм ижади ойошма етәксеһе итеп Илгиз Истамғәлин тәғәйенләнде. Даими рәүештә ойошма ултырыштарын үткәреү, уға йәштәрҙе йәлеп итеү, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу, ҡулъяҙмаларҙы тикшереү, китап баҫтырыуҙа ярҙам итеү, райондың К. Әхмәтйәнов, И. Мырҙаҡаев-Балапанов исемендәге премияларын тергеҙеү, «Осҡон» гәзите редакцияһы янында «Йәш хәбәрселәр» түңәрәген булдырыу, мәктәптәрҙә әҙәби түңәрәктәр эшен йәнләндереү кеүек бурыстар ҡуйылды. Шиғыр яҙыусыларҙы дәртләндереү маҡсатында яҡташыбыҙ Рәмил Ҡолдәүләт исемендәге премия һәм район кимәлендә «Әбйәлилдең ҡәләм оҫтаһы» исемле миҙал булдырырға тәҡдим ителде. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың батырлығын киләсәк быуынға яҙып ҡалдырыу маҡсатында МХО темаһын әҙәби өлкәлә яҡтыртыуҙы әүҙемләштереү зарурлығы билдәләнде. Һәм, әлбиттә, «Ҡәләмтуй»ҙың киләсәген хәл итеп, яҙыусылар йыйынын өс йыл һайын үткәреп торорға ҡарар ҡылынды.
Гөлнара Күсәрбаева.