

Айрат Зиннәт улы ҡайһы клубта ниндәй эштәр башҡарылыуы хаҡында үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге битләүҙәренә яҙып, халыҡты эштәр барышы менән даими таныштырып бара.
“Дәүләттә ҙур эш күләме талап ителә. Тиҙ арала ғына булмаһа ла, был мәҙәниәт усағын беҙ замансаға әйләндерәсәкбеҙ. Быйыл ул тыштан матурайтылды, хәҙер эске эштәр ҡалды.
Михайловка клубы тыштан буялды.
Буранғол, Амангилде, Үтәгән ауылдары клубтарында ла эш күләме билдәләнде, был тәңгәлдә эштәрҙе тиҙҙән башлайбыҙ. Йәнгел клубы тыштан матур, әммә бинаның эсен тәртипкә килтереү өсөн ҙур аҡса кәрәк. Байым һәм Ташбулат ауылдарын да иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаясаҡбыҙ”- ошондай мәғлүмәттәр килтерелгән унда.
Мәҙәни усаҡтарҙы тәртипкә килтереү, уларҙың эшең әүҙемләштереү “Мәҙәниәт” милли проекты (нацпроект “Культура”) үтәлешенә булышлыҡ итә.