

Хәтифә әбей үлеп ҡалған! Был күңелһеҙ хәбәр ауылға йәшен тиҙлеге менән таралды. Мәрхүмәне бөгөн төшкә ҡарай алып килергә тейештәр. Эй, ғүмер тигәндәре! Бер балҡып һүнгән шәм ише генә... Көтөлмәгән хәбәрҙе алғас, Рамазан бабай шаңҡып ултыра бирҙе. Уҙа ғүмер, уҙа! Уйлап ҡараһаң, Хәтифә кисә генә ошо ауылға килен булып төшкәйне. Тормош иптәше Хәйрулла менән емертеп донъя көттө. Ул кәртә тулы ҡош-ҡорт, ул мал-тыуар... Уңған ғаиләлә бер-бер артлы ике бала тыуҙы.
Ҡыҙҙары Әсмә хәҙер ҡалала йәшәй, ҙур урында эшләй, хатта шоферы өйөнән килеп ала, кире илтеп ҡуя, ти. Улдары Хәким дә сереп байып киткән икән. Нимә әйтәһең инде – эшҡыуар. Өфө һынлы Өфөнөң ҡап уртаһында бейек кенә затлы йортта йәшәй, тип һөйләгәйне әсәһе. Эш буйынса сит илдәрҙән ҡайта белмәй, имеш. Рамазан ҡарттың уйҙары йәнә мәрхүмәгә әйләнеп ҡайтты.