

«Туҙ бит» өндәшмәне, теләртеләмәҫ кенә урынынан торҙо ла артҡы рәттәргә табан уҙҙы. Уға ла ҡайҙалыр урын табылды. Тартылған еп һымаҡ тигеҙ юлдан автобус юлын дауам итте.
Тынлыҡ оҙаҡҡа барманы. Энәнән-ептән заманса ҡупшы кейенгән бер егет ҡолаҡтарға арҡыры торғандай, йәшеллекүкле ноталарҙан торған ғәжәп иләмһеҙ көйҙө бар көсөнә уйнатып ебәрҙе.
Башҡалар, сырайҙарын һытып, өндәшмәй генә ризаһыҙлыҡтарын белдерһәләр, теге ярһыу апай түҙмәне.
— Ҡара әле, кем, улым, ул ниндәй йыр ул, ә? Ҡуй, аҡыртма, ике ҡолағыңа ике проводаңды тыҡ та үҙең генә тыңла, йәме? — тине артҡа әйләнеп.
Ҡупшы егеттең йөҙө болотло көн һымаҡ йәмрәйҙе. Көйҙө туҡтатты, асыулы йөҙөн тәҙрә яғына борҙо ла тынып ҡалды. Иң алғы рәттә әсәһе янында ултырып килгән бәләкәй малай урынында ултырып сыҙамай, борғолана, зәп-зәңгәр күҙҙәренән шатлыҡ бөркөп, кешеләргә ҡарап йылмая. «Бала бала инде. Әле генә яу һалып илай ине. Хәҙер йөҙөнән йылмайыу китмәй...»
Ғәлимйән малайға ҡарап эстән генә көлөп ҡуйҙы. Ул арала малайҙың күҙенә урта рәттәрәк ултырған ҡара мыйыҡлы, ҡуйы ҡара сәсле егет салынды. Урынынан ырғып төшөп егет янына барып баҫты ла бик оҙаҡ ҙур диҡҡәт менән йөҙөнә ҡарап торҙо. Унан, оло асыш асҡандай, тантаналы тауыш менән:
— Филипп Киркоров! — тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Йоҡомһорап-ойоп ултырып килгән егет ҡапыл да аптырап ҡалды. Айышына төшөнгәс, киң бите табаҡтай йәйелеп китте, көлөп ебәрҙе. Малайҙың әсәһе ныҡ уңайһыҙланды, йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе.
— Вәт малай, ҡайҙан белә ул Киркоровты? — тип ғәжәпләнде урта йәштәрҙәге ағай.
— Ул бөтә йырсыларҙы ла, йырҙарҙы ла белеп бөткән ул. Йәш ҡатын уңайһыҙланып ҡына аңлатыуҙы кәрәкле һананы. Малай урынына килеп ултырҙы ла, башын әсәһенә терәп, йоҡлап китте.
Оло һыу тапҡырына еткәс, ҡармаҡ, кәрәк-яраҡтарын ҡулына тотҡан балыҡсы урынынан:
— Остановите, пожалуйста, здесь, — тип ҡысҡырҙы.
«Остановите» һүҙенә уянып киткән малай ҡараштары менән балыҡсыны ишеккә тиклем оҙатты ла ишек ябылыр-ябылмаҫтан:
— Остановите музыку,
Остановите музыку,
Прошу вас я, прошу вас я,
С другим танцует девушка
моя-я-я ... — тип йырлап та ебәрҙе.
Автобуста дәррәү көлөү тауыштары яңғыраны.
— Ну ты, пацан, мо-ло-дец!!! Ғәлимйән янында ултырып ҡайтып килгән Сәғит дуҫы күҙҙәренән йәш сыҡҡансы рәхәтләнеп көлдө.
— Шулай. Алма ағасынан алыҫ төшмәй шул, — тине ярһыу апай. — Әсәһе йыр дәрестәренән уҡыта бит уның. Ғәлимйән көҙгөнән йәш ҡатынға күҙ һалды.
— Кеше улай итеп йырламай. Бүтән йырлама, йәме, — тип әсәһе малайҙы алдына алып ултырҙы.
Әллә оҙон юлда өндәшмәй барыу ялҡыттымы, әллә малай үтә лә күңеленә оҡшап ҡалдымы, Сәғит, бармағы менән ишаралап, малайҙы үҙе янына саҡырҙы. Ишараны тиҙ генә аңлаған малай турғай һымаҡ осоп-ҡунып Сәғит эргәһенә килеп тә ултырҙы.
— Йә, ҡустым, һөйләп ебәр әле, нисә йәш һиңә?
— Ошолай.
Малай Сәғиткә дүрт бармағын күрһәтеп йылмайҙы.
— Ә ул нисә була һуң?
— Дүрт.
— Вәт маладис, белә икәнһең.
Ә исемең кем һуң?
— Буранбай.
— О-һо, һин башҡорт батыры улай булғас, шулаймы?
Сәғит малайҙы арҡаһынан һөйөп алды.
— Ә мин «Буранбай»-ҙы йырлай ҙа беләм, — тине малай, зәңгәр күҙҙәрендә нур уйнатып.
— Йә әле, ҡустым, йырла әле шул йырыңды!
Сәғит бәләкәскә көс-ҡеүәт өҫтәп ебәрҙе.
— Табаҡ та ғына табаҡ, ай, аҡ ҡағы-ы-ыҙ …
Әсәһенең шелтәле ҡарашын күргән малай туҡтап ҡалды. Сөй буйындай баланың ауыҙынан йырҙың арыу уҡ таныш өлөшөн ишеткән кешеләр ауыҙ асып аптырандылар.
— Дә-ә-ә, һин малай …
Башҡа әйтер һүҙ тапмай, Сәғит бәләкәстең башынан һыйпаны.
— Был тиклем дә моңло-зарлы бала икәнһең дә…
Ярһыу апай ҡулъяулығы менән күҙ йәштәрен һөртөп мышҡылданы. Һүҙҙе икенсегә борорға теләп, Сәғит ҡапыл ғына:
— Өйөгөҙҙә кемдәр бар, ҡустым? — тип һораны.
— Этебеҙ, бесәйебеҙ, әсәй, өләсәй, мин…
Малай ҙур ихласлыҡ менән бармаҡтарын бөгә-бөгә һанап та китте.
— Ә атайың ҡайҙа һуң?
— Атай? Атай... юҡ... Армияға киткән дә ҡайтмай ҙа ҡайтмай, ҡайтмай ҙа ҡайтмай…
Иң аҙаҡҡы һүҙҙәрҙе әйткәндә ныҡ өмөтһөҙлөккә бирелепме, бәләкәстең тауышы ҡалтырап китте. Ул бәләкәс кенә ҡулдары менән танауын ҡыҙартҡансы ышҡып алды.
— Бахы-ы-ыр ғына бала...
Атаһы ҡайҙан ғына армияла булһын инде…
Ярһыу апай һаман ҡулъяулығы менән танау-күҙен тызыны.
— Нимә булған һуң атаһына? — тип һорау бирҙе йәнәшәһендәге тыныс апай.
— Атаһы милитсиә ине.
Чишнәгә камандировкаға китеп үлеп ҡайтты бит.
— Уй, бахыр, кит инде... Ҡайһылай ғына ҡыйын булған...
— Был сабый, ни, атайғынаһын күрмәй ҙә ҡалды...
Ғәлимйән йөрәгенең дарҫлап типкәнен бөтә булмышы менән тойҙо. Ул тағы көҙгөнән йәш ҡатынға күҙ һалды. Күҙҙәре йәш менән тулған ҡатын башын ҡапыл ғына тәҙрә яғына бороп ултырҙы.
Атайһыҙ бала... Был һүҙҙәр Ғәлимйәндең йөрәгенә бала сағынан осло башлы уҡ булып ҡаҙалдылар, етемһерәгән күңеленә ҡыҙыу күмер булып уңалмаҫлыҡ мөһөр баҫтылар, башына аҙым һайын ағас туҡмаҡ булып төштөләр. Атаһын урманда ағас баҫып үлтергәндә, Ғәлимйәнгә лә дүрт йәштәр тирәһе булғандыр.
Әсәһе уны:
— Атайың урманға китте, иртәгә ҡайта, — тип йыуатыр булды.
— Атай, ҡа-а-айт! — тип бәләкәй Ғәлимйәндең урман яғына ҡарап, илап-илап атаһын саҡырғаны аҙ булманы.
Ваҡыт уҙа килә, атаһының бер ҡасан да ҡайтмаҫын белде, төңөлдө малай.
Ә иң ҡыйыны атайлы тиңдәштәре араһында үҫеү булды.
Бәләкәйерәк саҡта мәктәптән ҡайтыу юлында үҙ-ара көрмәкләшеп-һуғышып китһәләр, башҡа малайҙар уны:
— Атайыма әйтеп туҡматам! — тип ҡурҡытырҙар ине.
Ә инде Ғәлимйән еңелеп:
— Әсәйемә әйтәм! — тип янаһа, атайлы малайҙар:
— Һи-и-и, һинең әсәйеңде минең атайым сәтәкәй бармағы менән эләктереп ала ла анау тауҙың аръяғына ырғыта. Һаһа-һа! — тип көлөрҙәр ине. Ғәрлеге килгән Ғәлимйән, туп-тура һарайға уҙып, шунда мөйөштә ултырып туйғансы илай ҙа шунан ғына өйгә ҡайтып инер ине. Тәнәфес мәлдәрендә мәктәп бәҙрәфенә юлланған кескәй Ғәлимйәнде өлкән синыф малайҙары тотоп алалар ҙа салбарын табанына тиклем һыпырып төшөрәләр. Унан яланғас арты менән һалҡын ҡарға ултырта төртөп, тәмәке ҡабыҙалар. Ауыҙ-морондарынан паровоз төтөнөндәй төтөн урғылтып, ҡар өҫтөндә ултырған малайҙың танауы ҡыҙарғансы өшөгәнен көтәләр, ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереп, хахылдап көләләр.
Ошоларҙы иҫенә төшөргәс, Ғәлимйәндең тамағына әсе төйөр килеп тығылды. Ул уҡыуҙа ла, эштә лә алдынғылыҡты берәүгә лә бирмәй үҫте.
(Аҙағы бар).