Мәҙәниәт
10 Октября , 11:00

Беҙ фронтовик уҡыусылары

Һуңғы почтанан. Тиҫтерҙәрем менән Үтәгән ауылы башланғыс мәктәбенә уҡырға барғас, тәүге йылда «йәшең тулмай»,тип Шәмсиә инәй Мофаззалова мине уҡырға алманы. Мәктәп баҡсаһынаншалҡан, кишер, һуған тоттороп ҡайтарып ебәрҙе. Икенсе йылына Бакиров Ҡауый Астанғәле улынауҡырға барҙым. Уҡытыусым фронтовик, түше тулы орден-миҙалдар. Әле лә уларҙың сыңлауы иҫемдә. Беҙҙең атайҙарҙан оло булғас, беҙ уға апа тинек. Исемен әйтә алмай Ҡайыу апа, Айыу апа тигәндәр ҙә булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Беҙ фронтовик уҡыусыларыБеҙ фронтовик уҡыусылары
Беҙ фронтовик уҡыусылары

Класта 1-се, 3-сөләр бергә уҡыны. Йыр дәресендә гел «Йәшерәм-йәшерәм яулығымды», тигән йырҙы йырланыҡ. Үҙе 11 бала атаһы булған уҡытыусыбыҙҙың беҙгә тауыш күтәргән булманы. Тупылдатып арҡанан һөйөп китер ине. Өсөнсө класта уҡығанда мәктәп янында йәшәгән Фатима апай кейәүгә сыҡты. Оҙон тәнәфестә уҡытыусыбыҙ: «Барып еҙнә аҡсаһы алығыҙ», — тип рөхсәт бирҙе. Беҙ геү килеп, сабышып сығып киттек. Дүртенсе класты тамамлағанда ул уҡыусыларына Сибай интернат мәктәбенә уҡыусылар ҡабул ителеүен, кемдәрҙең теләге бар шуларҙы уҡырға ебәрергә ярҙам итәсәген әйтте. Сибайға мин генә барып уҡыным. Уҡытыусыма мәңге рәхмәтлемен. Уҡытыусыма шиғырым да бар. 

Уҡытыусы яугир
Фронтовиктың һәр һүҙендә
Хәрби антҡа тоғролоҡ.
Уларҙан һабаҡ алыуы —
Мең ғүмергә торорлоҡ.
Батырлыҡ хаҡында һөйләй,
Орден-миҙал сыңдары.
Эй, йотлоғоп тыңлар инек,
Сығармайса, тындарҙы!
Өйрәттеләр айырырға
Яҡшы менән яманды.
Һуғыш төҫө күрмәһәк тә,
Аңланыҡ ул заманды.
Ил алдында намыҫ таҙа,
Тик хеҙмәт беҙҙең шөғөл.
Урлашҡандар,алдашҡандар —
Ысын патриот түгел!
Беҙ бәхетле мәктәптәрҙә
Фронтовиктар уҡытты.
Ил алдындағы бурысты
Аңыбыҙға нығытты.
                            Айһылыу Хәсәнова. Рысҡужа ауылы
 

Автор:
Читайте нас