Мәҙәниәт
17 Октября , 04:20

Атай хаҡы (Хикәйә дауамы)

(Дауамы. Башы сайтта: https://vk.ru/away.php?to=https%3A%2F%2Foskon.info%2Farticles%2Fm-ni-t%2F2026-10-10%2Fatay-ha-y-hik-y-4841473&utf=1) — Атай, атайым... Армиянан ҡайттыңмы?..— Эйе, улым, армиянан ҡайттым...Ғәлимйәндең дә күҙ йәштәре бите буйлап аҫҡа тәгәрәне. Ул малайҙы күтәреп алды. Яндарына килеп еткән әсәһенә ҡарап йылмайҙы ла:— Әйҙәгеҙ, миңә ҡунаҡҡа. Ну малайҙы ҡабаттан һеҙгә биреү юҡ, ул минеке. Шулай бит, улым? — тип сабыйҙы күкрәгенә ҡыҫты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Атай хаҡы (Хикәйә дауамы)Атай хаҡы (Хикәйә дауамы)
Атай хаҡы (Хикәйә дауамы)

Аталы балалар эшһеҙ-көшһөҙ көндәр буйы урамда эт һуғарғанда, малай утын ярҙы,әсәһенә оҙон йәй буйы бесән әҙерләүҙә ярҙам итте. Яҡшы уҡыуы, өлгөлө тәртибе өсөн фотоһы мәктәптең «Почет таҡтаһы»нан төшмәне. Үҫмер сағында, аталы балалар көнө-төнө мотоциклдарҙа урам буйлап ел упҡанда, велосипедта мал көттө, донъя, хужалыҡ эштәре менән мәшғүл булды.
Бәләкәй сағынан аҙым һайын аяғы-ҡулы тейгәндәрҙән типкетуҡмаҡ татып үҫһә лә, ун ете йәшендә ҡапыл үҫеп, оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле егеткә әйләнде. Уңайы тап килгән һайын уны
йәберләүҙән кинәнес тапҡан оло егеттәр хәҙер урап үтер булдылар. Ә шулай ҙа тоҙлоборосло һүҙҙәрҙе борсаҡ урынына атып китеүҙе үҙҙәренең кисектергеһеҙ бурыстары итеп һананылар.
Урта мәктәпте миҙалға тамамлаған Ғәлимйәнгә уҡытыусылар артабан уҡырға кәңәш бирҙеләр, ҙур кеше булып китеренә өмөт бағланылар. Егет ауырыу әсәһен ҡалдырып китә алманы. Һөнәрселек училищеһына юл тотто, шоферлыҡҡа уҡып сыҡты. Төрлө ойошма, хужалыҡтарҙа машина йөрөттө. Тырыш хеҙмәте өсөн гел генә маҡталды, абруйы бермә-бер күтәрелде. Ә бына һуңғы ике йылда автобус йөрөтә. Йылдар үтә килә, атайһыҙлыҡтың ауыр михнәттәре юйылғандай булһа ла, бар икән шул әле мәңгелеккә онотолмай ҡалғандары...
Эсмәгән, тартмаған, баҫалҡы матур егет бөтә ҡыҙҙарҙың да иғтибар үҙәгендә булды. Егет береһен дә оҡшатманы, үҙе менән бер синыфта уҡыған Илүзәне яратты. Оло йәштә булған атаһы менән әсәһе Илүзәне бер ҡайҙа сығармай, күҙ ҡараһылай күреп, ҡурсалап үҫтерҙеләр. Мәктәпкә, һыуға барғанда, ауыл араһына йомош-фәләнгә сыҡҡанда күренгеләй Илүзә. Исмаһам, бер тапҡыр ҙа
ҡыҙ менән һөйләшә алмай Ғәлимйән армияға алынды. Ауыл йәштәре Ғәлимйәнде армияға оҙатырға тау башына сыҡҡанда, араларында Илүзәне күреп, егеттең йөрәге шартлар сиккә етте. Китер мәл еткәс, Ғәлимйән, бөтә батырлығын йыйып, ҡыҙ алдына килеп баҫты ла:
— Мин һине яратам, Илүзә! Мине көтөрһөңмө? — тип хушлашырға ҡулын һуҙҙы. Ҡыҙҙың күҙҙәренә йәш тулды. Ҡулдарын Ғәлимйәнгә һуҙҙы ла:
— Эйе, — тип башын ҡаҡты.
Егет өсөн күк ҡабағы асылғандай булды. Күҙҙән юғалғансы ҡулдарын болғай-болғай оҙатып ҡалған Илүзәнең һыны күҙ алдынан китмәне.

Әрме хеҙмәтен башлап ярты йыл да ваҡыт үтмәне, Сәғит дуҫынан хат килеп төштө. Оло йәштәге ата-әсәһен ҡалдырып уҡырға китә алмаған Илүзәне, ай-вайына ҡуймай, Ғәлимйәндәргә ҡаршы
йортта йәшәүсе председатель малайы Ғәзизйәнгә кейәүгә биргәндәр!
— Яратмайым мин ул һөмһөҙ ялҡауҙы! Суҡмар танауын күккә күтәреп йөрөүҙән башҡа нимә белә ул?! — тип илаған Илүзә.
— Ярай, суҡмар танау булһа ла, бай атаһы бар! Бер ҡулың балда, икенсеһе майҙа булыр. Байлыҡта йөҙөп йәшәрһең, Алла бойорһа! Ул Ғәлимйәндең арҡа терәр атаһы, башын терәр
өйө юҡ. Ана, күр, Ғәзизйәндең өйө янында уның өйө ҡара мунса ише. Уға башыңды бәйләп, хәйерсе көнөнә ҡалғың киләме, ә? Илама ауыҙыңды сабаталай йәйеп, олома бүре һымаҡ! — тип Сәғирә әбей, ул һуғырҙан был һуғырҙан янап, ҡыҙын кейәү йортона оҙатҡан. Был ваҡиға йәш һалдатты аяҡтан йыға яҙҙы. Эх, ошо атайһыҙлыҡ... Уның тырнаҡ осона ла торошлоғо булмаған    баш-аяҡһыҙ иркә Ғәзизйән, яҡты хыялдарын селпәрәмә килтереп, аяҡ аҫтына һалып тапаны. Ауыр кисерҙе быны Ғәлимйән. Йөҙө һурылды, ҡараштары тоноҡланды, уйсан, өндәшмәҫ егеткә әйләнде. Ваҡыт күңелде яралай, ваҡыт яраларҙы кире уңалта, ямай. Тормош ҡанундары шулай. Ғәлимйән дә яҙмышына күнде. Ҡара мунса өйө урынына, бейек матур йорт ҡалҡып ултырҙы.
Ата-әсәһе үлеп киткәс, председатель малайы Ғәзизйәндең йорто күҙгә күренеп ҡотһоҙланды. Яңы төҙөлгән йорттар араһында ҡара мунса ише булып меҫкенләнеп ҡалды.
Ғәзизйәндең алама ҡылыҡтарына түҙә алмаған Илүзә, бермалайын эйәртеп, кире атай йортона күсеп ҡайтты. Күп тә үтмәне, күрше ауылда ҡатыны вафат булып ҡалған яңғыҙ иргә тормошҡа сығып күсеп тә китте. Ғорур ине шул Илүзә. Ғәлимйәнде әрмегә оҙатып та көтә алмағаны өсөн үҙен-үҙе ғәфү итә алманы.
Илүзә өйөнән сығып киткәс, ялҡау Ғәзизйән башы-тояғы менән эскелеккә сумды. Ә бер көндө иртә менән баш төҙәтергә ингән шешәләш дуҫтары ауыҙ-морононан ҡан киткән Ғәзизйәнде үлгән килеш тап иттеләр. Ваҡытында күкрәк киреп ултырған председатель өйө ел, кәзә-һарыҡ, берәҙәк эттәр ояһына әйләнде.
Ғәлимйән ауыр уйҙарынан арынып йәш ҡатынға күҙ һалды.
«Ҡайһылай матур ғына сағында гөлдәй һулыған. Маңлайында хатта һыры бар...» Ғәлимйәндең күҙ алдына ҡапыл әсәһе килеп баҫты. Әсәһенең дә күҙҙәрендә бына ошо ҡатындың ҡарашындағы кеүек һағыш, әйтеп тә аңлата алмаҫлыҡ мәңгелек хәсрәт сағылыр ине. Йәш ҡатындың ҡайһылыр сифаттары әсәһенә оҡшағанына Ғәлимйән аптырап ҡалды.
Әсәһенең вафатына ла йылдан ашыу ваҡыт уҙып китте. Ғәлимйәнгә күҙ атыусы ҡыҙҡырҡын, йәшләй тол ҡалған килендәр кешеләр аша сәләмдәр ебәреп ҡаранылар. Тик уларҙың
яҡты өмөт-хыялдары иртәнсәк таралып юҡҡа сыҡҡан аҡ томанға тиң булды. Береһе лә егет күңеленә хуш килмәне. Ғәлимйән ауыр һуланы, янында ултырып килгән малайға ҡараны. Малай үҙен бик тә бәхетле тойоп алға текәлгән. Ара-тирә йоҡомһорап барған Сәғиткә күҙ һала. Ҙур иғтибар менән Ғәлимйәндең автобусты нисек оҫта йөрөтөүен күҙәтә.
Ҡапыл боролоп Ғәлимйәнгә ҡараны ла шат тауыш менән:
— Әллә һин автобустың атаһымы? — тип һорау бирҙе малай.
Кешеләр гөж килде, бөтә иғтибар тағы ла бәләкәскә йүнәлде.
— Эйе, ҡустым, был ағай автобустың атаһы була. Әллә һиңә лә атай булһынмы? — тине лә шуҡ Сәғит Ғәлимйәнгә күҙ ҡыҫты.
Малай бөтә кәүҙәһе менән Ғәлимйәнгә ҡарап боролоп ултырҙы.
— Атай? — тип ғәжәпкә ҡалды ул. — Әллә һин армиянан ҡайттыңмы?
Ғәлимйән уға ҡарап өндәшмәй генә йылмайып ҡуйҙы.
— Ни юҡты һөйләп, бала күңелен ҡыйнап киләһең, ҡара әле, улым? Уйнап һөйләһәң дә уйлап һөйлә. Бер ҙә юҡҡа сабыйҙы өмөтләндереп ней... — тип һуҡранды алғы рәттәге ярһыу апай.
Артыҡ һүҙ ысҡындырғанын төшөнгән Сәғит тынып ҡалды. Алда ауыл күренде. Бер кем дә урынынан ҡуҙғалманы. Йәш ҡатын ғына урынынан торҙо, ҙур сумкаһын ҡулына алды.
— Әйҙә, улым, — тине ул алда ултырған малайға. — Ҡайтып еттек. Малай аптырап ҡалды, шулай ҙа урынынан ҡуҙғалманы.
— Әйҙә, әйҙә, улым.                                                                                                                                                                                                                                                                       Әсә, алға үрелеп, шофер янында ултырған малайҙы күтәреп алмаҡсы булды.
— Ҡайтмайым, ошо атай менән китәм...
Сабый урынынан шылды ла, Ғәлимйәнгә арҡаһын терәп тигәндәй ултырып алды. Аптыраған Сәғит уны күтәреп алды ла әсәһенә тотторҙо.
Малай яу һалып илай башланы.
— Ул минең атайым! Армиянан ҡайтҡан да автобустың атаһы булған...
Әле генә бик күңелле килгән халыҡ аптырашта ҡалды, ни ҡарар ҡылырға белмәне. Филипп Киркоров һикереп урынынан торҙо, сумкаһынан шоколад алып һуҙҙы.
— Юу-у-уҡ, кәрәкмәй, өйҙә шоколад кү-ү-үп! — тип иланы сабый.
— Ҡустым, бына-бына, ҡара әле, һыбыҙғы!
Иләмһеҙ көй яңғыратып, ярһыу апайҙан өлөшөн алған егет һыбыҙғыла үҙенсә матур көй һыҙғырып күрһәтте лә уны малайға һондо.
— Кә-рәк-мәй! — тип һыҡтаны бала. — Уның һымаҡ минеке өсә-ә-әү! Миңә атай кәрәк!
— Ана, әсәйең һиңә велосипед һатып алам, ти! — тине кемдер.
— Минең велосипедым икәү! — тип асырғанып ҡысҡырҙы бала. — Атайым юҡ...
— Ҡустым, бына ошо автобус һиңә оҡшаймы? — тип һораны Сәғит дуҫы.
Малай илауҙан туҡтаны. Автобусҡа ҡарап торҙо ла:
— Эйе, — тип баш һелкте.
— Ярай. Улай булғас, әйҙә, автобусты иртәгә һиңә алып киләбеҙ ҙә ҡалдырып китәбеҙ.
— Автобус кәрәкмәй! Ана, автобустың атаһы кәрәк!!!
Кешеләрҙе автобусҡа индермәй торған дәү кәүҙәле һаҡалтай ирҙең түҙемлеге шартлап өҙөлдө, буғай. Урынынан ҡапыл ғына торҙо ла, баланы алып, тиҙ генә автобустан тышҡа һикерҙе. Автобустан төшкән әсәһенә малайҙы тотторҙо ла һикереп эскә инде, ишекте тиҙ генә ябырға ишараланы. Ауыр ыңғырашып, автобус урынынан ҡуҙғалды.
— Бахыр бала... Етемселекте берәү ҙә һорап алмай, ҡуй инде...
Алғы рәттәге ике апай яулыҡ остары менән алмаш-тилмәш күҙҙәрен һөрттөләр. Автобуста ауыр тынлыҡ урынлашты.
Ғәлимйән көҙгөнән артта ҡалған әсә менән балаға күҙ һалды. Малай әсәһенең ҡулынан ысҡынды ла, ике ҡулын алға һуҙып, автобустың артынан йүгерә башланы. Әллә аяғын яңылыш баҫты, берәй әйбергә эләгепме, асфальтҡа башы менән барып төштө лә башҡаса торманы.
Ғәлимйәнде әйтерһең дә ток һуҡты. Ҡапыл автобусты туҡтатты, кабинанан осоп тигәндәй ергә һикерҙе. Унан шәп-шәп аҙымдар менән ерҙә ятҡан сабый яғына атланы. Малай ҡапыл башын күтәрҙе. Ғәлимйәнде күреп ҡалды ла тырыша-тырмаша аяғына баҫты. Ауа-түнә, аҡһай-туҡһай Ғәлимйәнгә йүгереп килеп етте.
Ғәлимйән уны ҡосаҡлап алды, тупраҡ-туҙанға бысранған йөҙөн, күҙ йәштәрен һөрттө. Сабый еүеш битен Ғәлимйәндең битенә терәп, ике ҡуллап муйынынан ҡыҫып ҡосаҡланы.
— Атай, атайым... Армиянан ҡайттыңмы?..
— Эйе, улым, армиянан ҡайттым...
Ғәлимйәндең дә күҙ йәштәре бите буйлап аҫҡа тәгәрәне. Ул малайҙы күтәреп алды. Яндарына килеп еткән әсәһенә ҡарап йылмайҙы ла:
— Әйҙәгеҙ, миңә ҡунаҡҡа. Ну малайҙы ҡабаттан һеҙгә биреү юҡ, ул минеке. Шулай бит, улым? — тип сабыйҙы күкрәгенә ҡыҫты.
                                                                                                                                                                                                                                                      Фәнүзә Биктимерова.

Автор:
Читайте нас