

Район башлығы Айрат Әминев мәҙәниәт усаҡтарын, уларҙың эшен даими контролдә тота. ”Мәҙәни уусаҡтар ял итергә килеүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырырға тейеш” – тигән фекерҙә ул һәм ошонан сығып, быйыл райондың күп клубтарында ремонт эштәре башланды.
Гусево, Красная Башкирия, Михайловка, Ташбулат, Байым һәм башҡа күп клубтар тәртипкә килтерлә. Мәҫәлән, күптән ташландыҡ хәлгә килгән Дәүләт клубы тыштан танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Икенсе йыл ремонт эштәре клуб эсендә дауам итәсәк тип вәғәҙәләй Айрат Зиннәт улы.
“Миҙгел асылыуғабеҙҙең клубтарҙа яҡты, йылы һәм уңайлы булһын өсөн, йәштәргә лә, өлкән быуынға ла барыр урын булһын өсөн һәр ерҙә эш ҡыҙыу бара” – тип яҙҙы Айрат Зиннәт улы үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге битләүендә.
Байым клубы тирәләй һуңғы көндәрҙә эш ҡыҙыу бара: бында ла бинаны тыштан бик матур итеп буяп ҡуйҙылар. Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә Ҡушый клубына заманса ултырғыстар ҡайтарылды. Бер һүҙ менән әйткәндә, мәҙәниәт усаҡтары яңы миҙгелде яңырып ҡаршы аласаҡ.
Бөтә был эштәр халыҡ мәнфәғәтендә башҡарыла, шуның менән “Мәҙәниәт” милли проекты үтәлешенә лә булышлыҡ итә.