Милли проекттар
31 Июль 2023, 11:17

Креатив мәктәптә уҡығың килһә...

Стәрлетамаҡтың креатив индустрия мәктәбе яңы уҡыу йылына ҡабул итә башлай.  

Креатив мәктәптә уҡығың килһә...Креатив мәктәптә уҡығың килһә...
Креатив мәктәптә уҡығың килһә...

Стәрлетамаҡ ҡалаһының креатив индустриялар мәктәбе 12-17 йәштәрҙәге балаларҙы яңы уҡыу йылына ҡабул итә. Ул “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә “Рәсәйҙә уйлап табылған” федераль проекты ярҙамында ойошторолған.

Креатив индустрия мәктәбе – өҫтәмә белем биреү системаһында көнүҙәк компетенцияларҙы булдырыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән заманса белем биреү структураһы. Бында дүрт ижади йүнәлеш эшләй:

- фото һәм видео етештереү

- заманса электрон музыка

- анимация һәм 3d графика

- тауыш режиссураһы һәм тауыш дизайны.

Мәктәп эшмәкәрлегенең төп маҡсаты – илдең берҙәм мәҙәни-мәғариф киңлеген үҫтереүгә, шулай уҡ донъя гуманитар һәм мәҙәни киңлектә Рәсәйҙең ролен күтәреүгә булышлыҡ итеү, шул иҫәптән уҡыусыларҙың ижади фекерләүен үҫтереү, креатив индустрия өлкәһендә һөнәрҙәрҙе, белгеслектәрҙе һәм әҙерлек йүнәлештәрен популярлаштырыу һәм үҫтереү.

Уҡыуға теләге булғандарға 10 авгусҡа тиклем документтар (тыуыу тураһында таныҡлыҡ/паспорт, СНИЛС һәм ата-әсәнең паспорт күсермәһе) тапшырырға кәрәк.

Уҡырға инеү шарттары менән тулыраҡ түбәндәге сайтта танышырға мөмкин: https://xn--90asri.xn--p1ai/partition/85902/#megamenu һәм “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмдә https://vk.com/scistr .

Билдәле булыуынса, "Мәҙәниәт" (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Мәҙәниәт министрлығы.

#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас