+25 °С
Болотло


Рәсәйҙә 30 йәшлектәрҙе лә армияға аласаҡтар. Ил президенты ошо турала законға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми мәғлүмәттәр порталында урынлаштырылған. Яңы норма киләһе йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инә. Мотлаҡ саҡырылыш буйынса хеҙмәт йәше 18-ҙән 30-ға тиклем була. Шулай уҡ гражданға повестка ебәрелгән көндән башлап уға сит илгә сығыу тыйыла. Ошондай законға ла ҡул ҡуйылды.