

– Программа башланғанда министрлыҡ тарафынан федераль реестрға ингән тәжрибәле туроператорҙар һайлап алынды. Башҡортостан Республикаһының Туризмды үҫтереү үҙәге менән берлектә сәйәхәт маршруттары төҙөнөк, уларҙы ойоштороуҙа методик ярҙам күрһәттек, әлбиттә, балаларҙың һәм педагогтарҙың теләктәрен дә иҫәпкә алдыҡ. 2023 йылда Башҡортостанға күберәк аҡса бүленде: федераль бюджеттан – 188,7 миллион, төбәк ҡаҙнаһынан 75,5 миллион һум. Проектта республиканың бөтә ҡала һәм районынан 37 мең уҡыусы ҡатнашасаҡ. Программаны тормошҡа ашырған туроператорҙар һанын да арттырҙыҡ, – тип һөйләй эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда 2022 йылда – 11 мең уҡыусы, быйыл 17 меңгә яҡын бала “Мәктәп туризмы” программаһында ҡатнашҡан. Программа “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.
2023 йылда “Мәктәп туризмы” программаһында 21 туризм ойошмаһы йәлеп ителгән, уларҙың һигеҙе икенсе йыл рәттән эшләй.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/531046#scroll.