

13 августа РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ҡатнашлығында Талҡаҫ ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмә үтте. Экологик өмә БР Экология министрлығы һәм "БР ир-егеттәр советы" төбәк йәмәғәт ойошмаһы ярҙамында үткәрелде. Өмәлә район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, төрлө ойошма-учреждение хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары, ирекмәндәр ҡатнашты.
#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ: "Һаҡмар".