+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Сентябрь 2023, 11:35

Эшҡыуар әсәләргә ярҙам

 Башҡортостанда “Эшҡыуар әсә” бушлай өйрәтеү программаһы үткәреләсәк. #нацпроекты#регпроекты#национальныепроектыБашкортостан#

#нацпроекты#регпроекты#национальныепроектыБашкортостан#

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы») ярашлы,  Башҡортостанда “Эшҡыуар әсә” түләүһеҙ өйрәтеү программаһы үткәреләсәк.

Был программа быйыл 2 октябрҙән 6 октябргә саҡлы уҙғарыла. Ул балалар тәрбиәләгән әсәләргә үҙ эшен асырға һәм артабан үҫтерергә ярҙам итеү маҡсатында ойошторола. Уҡыу тренинг-интенсив форматында һәм эшлекле мөхиткә инеү юлы менән үткәрелә. Эшҡыуарлыҡ тәжрибәһе булыуы мөһим түгел.

Программала ҡатнашыусылар үҙ проектының бизнес-планын әҙерләй. Иң яҡшы проекттар авторҙары уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 100 мең һум аласаҡ, ә федераль этапта еңгәндәргә бер миллион һум бирелә.

Программала ҡатнашыу өсөн быйылғы 22 сентябргә саҡлы  мамапредприниматель.рф.  сайтында ғариза бирергә кәрәк.

Фото: “Башинформ”.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-08-30/esh-yuar-s-l-rg-yar-am-3411809 

Автор:
Читайте нас: