+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Сентябрь 2023, 09:13

Учалыла полилингваль күп профилле мәктәп үҙ ишектәрен асты

Яңы мәктәп «Мәғариф» милли проекты һәм «Заманса мәктәп» төбәк проекты сиктәрендә төҙөлгән, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Лингафон кабинеттары, техник фәндәрҙе уҡытыу өсөн файҙаланыла торған  лаборатория ҡорамалдары, иркен китапхана, ҙур тамаша залы ла бар. Футбол, волейбол һәм баскетбол өсөн бер нисә майҙансыҡ, йүгереү юлы, башланғыс һәм өлкән кластар өсөн айырым уйын зоналары, теннис өҫтәлдәре, ике спорт залы уҡыусылар өсөн уңайлы итеп эшләнгән. Балалар тренажерҙарҙа ла шөғөлләнә ала, уларҙы башланғыс класс уҡыусылары өсөн яңы уйын майҙансығы янында ҡуясаҡтар.

       Мәктәп ифраструктураһы күп функциялы һәм төрлө, мәҫәлән, уҡыусыларҙың спорт һәм хеҙмәт тәрбиәһенә өйрәтеү  мәсьәләһен иҫәпкә алып, кластан тыш саралар системаһын үҫтерергә мөмкинлек бирә.

     Мәҫәлән, малайҙар өсөн - ағас эше һәм слесарлыҡ оҫтаханалары, ҡыҙҙар өсөн теген кабинеты, шулай уҡ аш-һыу әҙерләүгә өйрәтеү кабинеттары ҡаралған. Бында  робот техникаһы буйынса ла инженер лабораторияһы буласаҡ.

     Медицина блогы табип кабинетынан, процедуралар, прививка яһау һәм стоматология кабинеттарынан тора. Шулай уҡ инвентарь һаҡлау өсөн биналар, кейенеү, душ бүлмәләре, санузелдар, тренерҙар бүлмәһе һәм саңғы һаҡлау урыны ҡаралған.

      Хәрәкәттәре сикләнгән уҡыусылар өсөн дә шарттар булдырылған: инеү баҫҡыстары пандустар менән йыһазландырылған, ә бинаның үҙендә лифт бар.      

      Бер һүҙ менән әйткәндә, проект уҡыусыларҙың уҡыу процесын һәм кластан тыш сараларын ойоштороу өсөн бөтә кәрәкле ваҡытты күҙ уңында тота.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: