+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Сентябрь 2023, 15:12

Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына 160 предприятиенан 59 мең хеҙмәткәр йәлеп ителгән

Һаҡсыл етештереүҙе индереү һөҙөмтәһендә предприятиелар өҫтәмә хеҙмәт резервтары таба, сығымдарҙы кәметә.

#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

– Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү кадрҙар етешмәүе арҡаһында килеп сыҡҡан ҡатмарлыҡтарҙы еңеп сығыуҙың мөһим инструменты булып тора. Һаҡсыл етештереүҙе индереү һөҙөмтәһендә предприятиелар өҫтәмә хеҙмәт резервтары таба, сығымдарҙы кәметә,  – ти Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

Милли проект сиктәрендә Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары пилот өлгөһөн оптималләштерә, хеҙмәткәрҙәрҙе өйрәтә, тәжрибә уртаҡлаша, артабан предприятие эште үҙе дауам итә. Милли проектта ҡатнашыусылар өсөн байтаҡ ярҙам саралары ҡаралған.

БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына инеү өсөн предприятиеға бер нисә шартты үтәргә кәрәк. Мәҫәлән, йыл һайын килгән килеме 400 миллион һумдан артыҡ булырға, компания сауҙа, эшкәртеү, ауыл хужалығы, транспорт, төҙөлөш өлкәләрендә эшләргә тейеш.

Сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/556361#scroll.

Автор:
Читайте нас: