+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Сентябрь 2023, 15:04

Рәсәй халыҡтары телдәрен өйрәнеү өсөн яңы онлайн-уйын булдырылған

“Милләт хазинаһы” тип аталған мобиль уйын балаларға утыҙ Рәсәй халыҡтары телендә һанарға, предметтарҙың төҫтәрен, башҡа үҙенсәлектәрен атарға өйрәтә. Был телдәр араһында башҡорт теле лә бар.

#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Һанлы технологиялар индереү юғары технологиялы бизнес өсөн шарттар булдыра, “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады”милли проекты ошоларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән.

Уйынды эшләүҙә Өфө сәнғәт училищеһы, “Урал” этноүҙәге, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы ҡатнаша, тип хәбәр итә БР Дәүләт идаралығы һанлы үҫеше министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Уйынды Google Play һәм Apple Store ҡушымталары магазиндарында табып була. Һылтанмалар https://сокровища-нации.рф проекты сайтында бар.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/554928#scroll.

Автор:
Читайте нас: