+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Сентябрь 2023, 12:24

«Мәктәп туризмы» программаһы буйынса экскурсияларға оҫталыҡ дәрестәре индерелгән

Яңы уҡыу йылы башына 5-9 кластарҙың 19 меңдән ашыу уҡыусыһы «Мәктәп туризмы» программаһында ҡатнашты, ул Башҡортостан Республикаһында 2022 йылдан «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Төбәк туроператорҙары менән әҙерләнгән 46 үҙенсәлекле туристик маршруттың төп йүнәлештәре булып патриотик һәм тарихи-төбәкте өйрәнеү тора. Һәр экскурсияға мотлаҡ мастер-кластар үткәреү инә.

      - Беҙҙең уҡыусылар экскурсиялар ваҡытында тыуған яҡ тураһында теоретик белем генә түгел, практик күнекмәләр ҙә ала. Кейеҙ баҫыу, милли аш-һыу әҙерләү, уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре, милли кейемдәрҙә фотосессия, һыбай йөрөү дәрестәре ала, - ти Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

        Оҫталыҡ дәрестәре иҫәбенә шулай уҡ квестар, спорт ярыштары, ҡаяға үрмәләү, биҙәү-ҡулланма ижады, биотехнологиялар, программалау, йәшелсәселек, сувенирҙар эшләү, клиптар төшөрөү буйынса дәрестәр индерелгән.

  Балаларҙа фильм төшөрөү буйынса «Пиксиляция» кинематография оҫталыҡ дәресе айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.

      Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ике көнлөк экскурсиялар ваҡытында балалар юғары категориялы ҡунаҡханала йәшәй. Турға туҡланыу, экскурсияны хеҙмәтләндереүе, ике экскурсия һәм патриотик-тәрбиә, мәҙәни-тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлештәге бер оҫталыҡ дәрестәре инә. Юл йөрөү хаҡы - ете мең һум, сығымдарҙы федераль һәм төбәк бюджеттары үҙ өҫтөнә ала.

Әйткәндәй,  2021 йылда эшләй башлаған «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты Рәсәй буйлап сәйәхәттәрҙе уңышлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы итергә ярҙам итә. Туристар сервис ала, ә ял итеү урындарын һәм туристик маршруттарҙы ойоштороусылар - дәүләт ярҙамы. Милли проектҡа «Туризм өлкәһендә идара итеүҙе камиллаштырыу», «Туристик хеҙмәттәрҙең асыҡлығын арттырыу» һәм «Туристик инфраструктураны үҫтереү» федераль проекттары инә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: