+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Сентябрь 2023, 11:20

Йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү дауам итә

Башҡортостанда әүҙем рәүештә йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, республиканың 21 ҡалаһында һәм 47 ауылында (район үҙәктәрендә) ошондай эштәр башҡарыла.  #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Төҙөкләндереүгә башлыса йәшелләндереү, юл түшәмен алмаштырыу, бәләкәй архитектура формаларын урынлаштырыу ҡаралған. Бынан тыш, проект заманса спорт майҙансыҡтары, скверҙар, уңайлы йәйәүлеләр зонаһы булдырыуҙы ла үҙ эсенә ала. Халыҡ ҡала йәки ауылдың ниндәй өлөшөн төҙөкләндереүҙе, проект өсөн тауыш биреү нигеҙендә, үҙе һайлай.

Милли проект нигеҙендә әлеге мәлдә башҡарылып килгән эштәр бихисап. Әйтәйек, Туймазы, Октябрьский, Ағиҙел, Бәләбәй һәм Сибай ҡалаларында эштең ҡыҙған мәле. Ә Салауат, Дүртөйлө, Благовещенск, Белорет ҡалаларында төҙөкләндереү эштәре 80 процентҡа башҡарылған. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Өфө, Бөрө, Нефтекама, Ишембай, Дәүләкән, Күмертау һәм Мәләүез ҡалаларында төҙөкләндереү башланып тора. Ҡайһы бер проекттар 1 ноябргә тамамланырға тейеш булһа, ҡайһы бер объекттар 1 октябргә үк тапшырыласаҡ.

Ҡала-ауылдарҙы тәртипкә килтерергә Владимир Путиндың “май" указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” («Формирование комфортной городской среды») милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты ярҙам итә.

Һүрәттә: Стәрлетамаҡ ҡалаһы. Стәрле йылғаһының төҙөкләндерелгән яры.

Эльдар Фәттәхов фотоһы.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-09-08/alalar-m-auyldar-maturaya-3420970 

Автор:
Читайте нас: