+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Сентябрь 2023, 11:27

Экологтар тәбиғәт һағында тора

Йыл башынан ике меңгә тиклем тикшереү үткәрелгән.

#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

2023 йылдың  сентябренә алынған мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре йәмғеһе 1965 контроль-күҙәтеү саралары үткәргән. Шул иҫәптән дәүләт экологик күҙәтеүе йүнәлешендә — 1260, геологик күҙәтеү өлкәһендә — 681 һәм республика әһәмиәтендәге айырым һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләрендә 24 тикшереү сараһы үткән.

Экологтар административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса 820 ҡарар сығарыла.

Экологик ҡануниәтте боҙоуға юл ҡуймау маҡсатында иҫкәртеү саралары ла әүҙем ойошторола.

Әлеге сараларҙың барыһы ла тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелгән һәм "Экология" милли проекты сиктәрендә атҡарыла һәм Рәсәйҙең уникаль флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға йүнәлтелгән.

Билдәле булыуынса, "Экология" (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан алынды.

Сығанаҡ: "Башҡортостан".

Автор:
Читайте нас: