-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Сентябрь 2023, 11:22

Иҫтәлекле йәй

Ҡырмыҫҡалы китапханасылары “Мәҙәниәт” милли проектының “Һанлы мәҙәниәт” федераль проекты сиктәрендә “PRO.КУЛЬТУРА.РФ” порталында әүҙем эштәр алып бара.

#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Йәй башынан алып район балалар китапханаһында “Библиопикниктар” йәйге майҙансығы эшләне. Китапханасылар балаларҙы каникул ваҡытында уҡырға мауыҡтырғыс китаптар менән таныштырҙы. Конкурстар, викториналар, уйын программалары ла ойошторолдо, тип хәбәр итә Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Шулай уҡ ижади студия эшләп килә, бәләкәстәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә.

Район балалар китапханаһының баш китапханасыһы Регина Абдуллина “PRO.КУЛЬТУРА.РФ” порталында “Китапханала йәй” тигән темаға тура трансляция үткәрә. Уны һәр кем ҡарап, үткән йәй тураһында хәтерен яңырта ала.

Сығанаҡ: "Башҡортостан ҡыҙы".

Автор:
Читайте нас: