Аҡса «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты сиктәрендә ике грант конкурсының өҫтәмә этаптары йомғаҡтары буйынса бирелә. Аҡса ял итеү өсөн инфраструктураны үҫтереүгә һәм туризм өлкәһендә йәмәғәт башланғыстарына ярҙам итеүгә йүнәлтелә.
«76 проект араһынан ике конкурста 44-е еңеү яуланы. Был байтаҡ, сөнки улар республикабыҙ үҙ халҡы һәм туристар өсөн тағы ла күркәмерәк булһын өсөн тос өлөш индерә ала», - ти Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров.
Беренсе конкурста йылғаларҙа, күлдәрҙә һәм һыуһаҡлағыстарҙа пляждар булдырыу һәм уларҙы үҫтереү, шулай уҡ балалар ял зоналарын һәм йәмәғәт туҡланыуы урындарын булдырыу өсөн субсидиялар бүленгән. Был конкурста 16 проект еңеүсе тип табылған, уларға 116,7 миллион һум бүленә. Бынан тыш, инициаторҙар 144,2 миллион һум күләмендә аҡса һалырға йыйына. Йәғни средстволарҙың дөйөм күләме 260,9 миллион һум тәшкил итәсәк.
Икенсе конкурста республика райондарында һәм ҡалаларында туристик инфраструктураны үҫтергән эшҡыуарҙар араһында гранттар бүлеү ҡаралған. 70 миллион һумлыҡ субсидияларҙы 28 проект аласаҡ. Үҙҙәренең һалған аҡса күләме 82,5 миллион һум тәшкил итәсәк. Шулай итеп, финанслауҙың дөйөм күләме 152,5 миллион һумға етәсәк. Аҡсаны туристик ҡорамалдар һатып алыуға, уңайлы туристик мөхит булдырыуға, яңы маршруттар әҙерләүгә, электрон белешмәләр әҙерләүгә йүнәлтергә мөмкин.
Ошо этапта финанслауҙың дөйөм күләме, гранттар һәм инвесторҙарҙың үҙ средстволарын индереп, 413,4 миллион һум тәшкил итергә тейеш. Конкурстарҙың беренсе этабы сиктәрендә республикала 47 проект ярҙам алған ине.