“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә Әбйәлил районының бөтә белем биреү ойошмаларында “Мин милли кейемдә уҡыйым” акцияһы үтте. Милли кейем – һәр халыҡтың мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө. Был - кейем генә түгел, ә бөтә халыҡ тураһында бәйән итә алған ҙур тарих. Иң сағыу һәм матур байрамдарҙың береһе төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың йолаларына һәм мәҙәниәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкинлек бирә.
Дөйөм белем биреү ойошмалары уҡыусылары һәм уҡытыусылары милли кейемдә һәм милли биҙәүестәрҙә дәрестәргә килде, фотолар социаль селтәрҙәрҙә #учусьвнациональномкостюме, #милликейемдәуҡыйбыҙ хэштегтары менән урынлаштырылды.
Район мәктәптәрендә тематик дәрестәр, класс сәғәттәре, халыҡ костюмы элементтарын эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, милли кейемдәр тураһында фильмдар һәм видеороликтар ҡарау, уйындар, викториналар, әңгәмәләр һәм квестар ойошторолдо. Дәрестәрҙә уҡыусылар республика халыҡтарының милли кейеме, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары һәм мәҙәниәте менән танышты.
Райондың мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре лә “Мин милли кейемдә эшләйем” акцияһына ҡушылды. Был көндө улар эшкә милли элементтар менән биҙәлгән кейемдә килде.
Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Әбйәлил районы хакимиәте.
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-09-12/milli-keyemd-u-yyym-3432272