#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында туризм инфраструктураһын үҫтереүгә һәм “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә туризм инфраструктураһын үҫтереүгә йүнәлтелгән йәмәғәт башланғыстарына булышлыҡ итеүгә субсидия рәүешендә гранттар биреүгә ике конкурстың өҫтәмә этабына йомғаҡ яһалды.
Икенсе конкурста 56 эшҡыуар һәм юридик шәхес ҡатнашҡан. Уларҙың 28-е дөйөм алғанда 70,1 миллион һумлыҡ субсидия отҡан. Был аҡса туризм ҡорамалдарын алыуға (16 проект), яңы маршруттар булдырыуға (5 проект), туризм маршруттары буйынса электрон белешмәләр булдырыуға (3 проект), һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн туризм мөмкинлектәре булдырыуға һәм үҫтереүгә (4 проект) йүнәлтелгән. Эшҡыуарҙар үҙҙәре һалған аҡса күләме 82,5 миллион һум тәшкил итә, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Конкурстың беренсе этабы июндә үткән, унда 47 проектҡа ярҙам күрһәтелгән.
Рәсәй буйынса сәйәхәттәрҙе уңайлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы итергә ярҙам иткән “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты 2021 йылдан эшләп килә. Туристар өсөн яҡшы сервис булдырыла, ә ял урындары һәм туристик маршруттар ойоштороусылар дәүләт ярҙамы ала.
Милли проектҡа өс федераль проект ҡарай: “Туризм өлкәһендә идара итеүҙе камиллаштырыу”, “Туристик хеҙмәттәрҙең уңайлығын күтәреү”, “Туризм инфраструктураһын үҫтереү”.
Сығанаҡ: "Башҡортостан ҡыҙы".