

Контракттың башланғыс максималь хаҡы 252,5 миллион һум тәшкил итә. Аукционда ҡатнашыу өсөн ғаризалар 26 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Автобустар кәмендә 19 урынға иҫәпләнгән булырға тейеш. Транспорт сараларының төҫө - аҡ йәки асыҡ төҫтәр. Бөтә транспорт саралары 2023 йылда сығарылған булырға тейеш.
Һатып алыуҙы финанслау сығанағы булып федераль ҡаҙна кредиты һанала. Автобустар килешеү төҙөгәндән һуң 60 көн эсендә ҡуйылырға тейеш.
Башҡортостан 1,4 миллиард һум ҡаҙна кредиты аласаҡ, был аҡсаға республика йыл аҙағына тиклем 250 автобус һатып алырға ниәтләй.
Әйткәндәй, Рәсәй Министрҙар кабинеты июль уртаһында махсус ҡаҙна кредиттары программаһы буйынса автобус паркын яңыртыу өсөн 32 төбәктең ғаризаларын хуплаған. Субъекттарға 2,5 мең яңы автобус һатып алынасаҡ, ошо маҡсатҡа 19,3 миллиард һум йүнәлтелә. Улар иҫкергән йәмәғәт транспортын алмаштырыуға, шулай уҡ яңы маршруттар асыу өсөн тәғәйенләнә.