Милли проекттар
21 Сентябрь 2023, 05:17

Башҡортостандың бәләкәй бизнесы йыл башынан алып 14 миллиард һумға льготалы кредиттар алған

Дәүләт ярҙамы ике федераль программа буйынса бирелә. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостандың бәләкәй бизнесы йыл башынан алып 14 миллиард һумға льготалы кредиттар алғанБашҡортостандың бәләкәй бизнесы йыл башынан алып 14 миллиард һумға льготалы кредиттар алған
Башҡортостандың бәләкәй бизнесы йыл башынан алып 14 миллиард һумға льготалы кредиттар алған

Һигеҙ айҙа Башҡортостандың бәләкәй һәм урта бизнесы 13,8 миллиард һумға льготалы кредит алған. Льготалы шарттарҙа бизнесты кредитлауҙың ике программаһы бар. Улар «1764» һәм «ПСК» («Кредитты дәртләндереү программаһы») тип атала.

    Тәүге проектты - Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы, икенсеһен - «Кесе бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы» һәм Үҙәк банкы тормошҡа ашыра. Шулай уҡ берлектәге «1764» + «ПСК» проекттары эшләп килә.

   «1764» программаһы буйынса Башҡортостандың бәләкәй һәм урта бизнес субъекттары ғинуар-августа 8,5 миллиард һумлыҡ 417 кредит алған. «ПСК» программаһы сиктәрендә - 3 миллиард һумға 93 килешеү төҙөлгән. Был ярҙам сараһы менән башлыса сауҙа, эшкәртеү сәнәғәте һәм төҙөлөш предприятиелары файҙаланған.

   Берлектәге программа буйынса эшҡыуарҙар 2,3 миллиард һумға 28 займ алған. Был кредиттар эшкәртеүсе производство предприятиеларында, ҡунаҡхана бизнесында бик популяр. Уларҙың араһында  44,2 проценты - микропредприятиелар, 43,9 проценты - бәләкәй компаниялар, 12,9 проценты - уртаса предприятиелар булған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас