

Корпус 2019 йылдың июлендә төҙөлә башлаған. Бында ҡабул итеү бүлмәһе, поликлиника, реанимация менән 10 операция блогы, рентгенохирургия һәм кардиохирургия бүлексәләре, стерилизация комплексы, административ блок һәм дарыухана-бүлеү пункты урынлашасаҡ. Эргә-тирәләге биләмәлә санавиация өсөн вертолет майҙансығы барлыҡҡа киләсәк.
«Төҙөлөш башланғанға тиклем беҙ Рәсәйҙең алдынғы медицина үҙәктәрендә булдыҡ һәм хирургия корпусының концепцияһын төҙөнөк. Уның мөмкинлектәре иң ҡатмарлы операцияларҙы үткәреп, кеше ғүмерен ҡотҡарырға мөмкинлек бирәсәк», - ти кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төҙөлөш эштәре менән танышып, корпус янындағы биләмәне төҙөкләндерергә, ял итеү зонаһын күҙ уңында тоторға, шулай уҡ берҙәм стилдә медицина учреждениеһының фасадтарын биҙәү эштәрен башҡарырға ҡушты.
«Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре - илдә төп үлем сәбәптәренең береһе. Шуға күрә һаулыҡ һаҡлауҙың ошо йүнәлешен үҫтереүгә ҙур ресурстар бүләбеҙ. Яңы бинаны асыу менән Республика кардиология үҙәге юғары технологиялы буласаҡ. Бында ҡатмарлы һәм уникаль операциялар ҙа үткәреләсәк», - тип билдәләне республика Башлығы.
Объектта эштәр 2024 йылдың 31 майына тиклем тамамланырға тейеш.