

Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Социаль фонды мәғлүмәттәренә ҡарағанда йыл башынан төбәктә 1900-ҙән ашыу ғаилә Әсәлек капиталын балаларын укытыуға йүнәлткән.
Әсәлек капиталы Рәсәйҙә балалы ғаиләләргә ярҙам итеүҙең ғәмәлдәге сараһы. Быйыл беренсе бала тыуғанда - ата-әсәләр 587 мең һум, икенсе бала өсөн 775,6 мең һум ала.
Әгәр сертификат беренсе балаға рәсмиләштерелгән булһа, икенсеһе тыуғанда өҫтәмә рәүештә 188,7 мең һум аҡса ҡаралған.
Әсәлек капиталын “Демография” милли проектына ярашлы түләнә.