

Район һабантуйы майҙанында ағас ултыртыу өмәһенә ра йон предприятие-ойошма-учреждениелар коллективтары, ирекмәндәр, 1-се Асҡар урта мәктәбенең М. К. Махийәнова етәкселегендәге “Йәшел урман” урмансыллығы ағзалары йыйылды.
Әйткәндәй, йәш урмансылар ойошторолған йәшелләндереү өмәләренән бер ваҡытта ла ситтә ҡалмай.
Был көндә 1,5 гектар майҙанда алты меңдән ашыу йәш ҡарағайҙар ултыртылды.
Был эштәр “Экология” милли проекты үтәлешенә лә үҙ өлөшөн индерә.