Теркәлгәндәрҙең 5,8 проценты - шәхси эшҡыуарҙар, 94,2 проценты - үҙмәшғүлдәр. Закон буйынса үҙмәшғүлдәр эшҡыуарҙар булмаһа ла, «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам итеү» милли проекты аша финанс һәм финанс булмаған ярҙам саралары менән файҙалана ала.
Йыл башынан алып «Башҡортостан микрокредит компанияһы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы үҙмәшғүлдәренә 9,8 миллион һумға льготалы микрозаймдар биргән, ә «Минең бизнесым» үҙәге белгестәре 6,6 меңдән ашыу хеҙмәт күрһәткән, шул иҫәптән 591 - үҙмәшғүлдәргә. Ошо уҡ осорҙа 50 сара үткәрелгән, унда 2,4 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары, физик шәхестәр һәм 118 үҙмәшғүл ҡатнашҡан.
Үҙмәшғүл булып теркәлеү өсөн интернет аша ғариза бирергә мөмкин. Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре, «Минең һалым» ҡушымтаһы, Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы шәхси кабинетта, банк ойошмалары аша ебәрергә була.
Шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлеү өсөн һалым инспекцияһына йәки күп функциялы үҙәк, Дәүләт хеҙмәттәре йәки нотариаль контора аша документтар тапшырырға мөмкин.
Предприятиены теркәргә «Минең бизнесым» үҙәгендә лә ярҙам итәсәктәр. Белешмә өсөн телефон: 8 (347) 224-99-99.