Милли проекттар
7 Октябрь 2023, 04:40

Санитар авиация ярҙамға килде

Санитар авиация 74 йәшлек ҡатынды ашығыс рәүештә Бөрө дауаханаһына алып килде. Аҙаҡ операция үткәреү өсөн санавиация линияһы буйынса нейрохирург Тимур Арыҫланов саҡыртып килтерелде.

Пациенттың ҡан баҫымы күтәрелгән, башы ярылырҙай булып ауыртҡан, телмәре боҙолған, уң ҡулы һәм аяғында хәлһеҙлек тойолған. Компьютер томографияһы һөҙөмтәһе буйынса баш һөйәге эсенә ҡан һауыуы асыҡланған.

Нейрохирург ашығыс әмәлиәт үткәрә.Был осраҡта медицина ярҙамын бик тиҙ башҡарырға кәрәк. Ни тиклем тиҙерәк, шунса яҡшыраҡ.  Сирҙең тәүге билдәләренән һуң бер-өс сәғәт эсендә операция яһау мөһим. Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә нервы туҡымаһын мөмкин тиклем күберәк күләмдә ҡотҡарып ҡалып була. Шулай уҡ ҡан ағыуын туҡтатырға, кире эҙемтәләрҙе кәметергә мөмкин.

Уңышлы үткән операциянан һуң пациенттың телмәре тергеҙелгән, ҡул һәм аяҡтарҙың һиҙгерлеге  ҡайтҡан, мускулдар көсәйеүе күҙәтелгән.

Башҡортостанда санитар авиацияны үҫтереү “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медик-санитар ярҙамды үҫтереү” федераль проектын тормошҡа ашырыу  һөҙөмтәһендә мөмкин булды.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

 Фото:”Тәтешле хәбәрҙәре”.

Автор:Дина Арсланова

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-10-05/sanitar-aviatsiya-ta-y-yar-am-a-kilde-3465720 

Автор:
Читайте нас