

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге медицина звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына “Маммо-4МТ-Плюс” һанлы маммограф ҡуйылды. Әлеге ваҡытта 900-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ унда тикшереү үткән.
Бөтә донъяла һөт биҙе яман шеше онкология сирҙәре араһында беренсе урында тора. Сирҙе иртә стадияла асыҡлау дауалауҙы ваҡытында башларға һәм ағзаны һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә. Һанлы маммография медицина өлкәһендә сирҙең был төрөнә скрининг үткәреү өсөн төп ысул булараҡ тәҡдим ителгән.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-10-11/atyn-y-auly-yn-h-st-rl-p-3474255