

#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
2024 йылда “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы субъекттарына модель муниципаль китапханалар булдырыуға федераль конкурс һайлауы һөҙөмтәләре билдәле булды, тип хәбәр итә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте. Был маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан 1 миллиард 497 миллион һум аҡса бүленә.
Һайлауҙа 149 муниципаль китапхана еңгән. Улар араһында Башҡортостандан өс китапхана бар: Нина Зимина исемендәге Белорет район үҙәк китапхана системаһының “Синяя птица” балалар уҡыу үҙәге, Шишмә районы китапханаһының 15-се Келәш ауыл модель китапхана-филиалы, Салауат ҡалаһы үҙәк китапхана системаһының “Интеллект үҙәк-Диалог” модель үҙәк ҡала китапханаһы. Уларҙы яңыртыуға республика федераль бюджеттан 30 миллион 380 мең һум аҡса ала.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, әле республикала 16 яңы быуын китапханаһы эшләй. Уларҙың икеһе Балаҡатай һәм Ишембай райондарында быйыл көҙ генә асыла.
Автор: Гөлшат Ҡунафина.