+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Ноябрь 2023, 15:24

Ҡалалар үҙгәрә, йәмләнә

Быйыл Башҡортостандың 69 ауыл һәм ҡалаһында 122 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелә.

Ҡалалар үҙгәрә, йәмләнә
Ҡалалар үҙгәрә, йәмләнә

#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Был эштәр “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты сиктәрендә башҡарыла. Һүҙ 2022 йылдың апрель-май айҙарында үткән Бөтә Рәсәй электрон тауыш биреү еңеүселәре хаҡында бара, тип хәбәр итә БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Ҡалаларҙа, ауылдарҙа халыҡ ял итеү, ваҡытты күңелле һәм файҙалы итеп үткәреү өсөн  яратҡан урындар күбәйә. Мәҫәлән, Туймазы ҡалаһында милли проект сиктәрендә драма театры алдындағы биләмә төҙөкләндерелә.  Борайҙа төҙөкләндереү эштәренән һуң йәше лә, ҡарты ла йылға буйына ял итергә йыйыла. Благовар районы Языково ауылында Ҡәнзәфәр бей исемендәге скверҙа ла эштәр тамам.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/618973#scroll.

Автор: Гөлшат Ҡунафина.
Автор:
Читайте нас: