+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Ноябрь 2023, 15:26

“Шәкәр диабеты менән ауырыған пациенттар өсөн һаулыҡ мәктәбе”

Ул Өфөлә 8-се ҡала клиник хәстәханаһы нигеҙендә эшләй.

“Шәкәр диабеты менән ауырыған пациенттар өсөн һаулыҡ мәктәбе”
“Шәкәр диабеты менән ауырыған пациенттар өсөн һаулыҡ мәктәбе”

#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойоштолған һаулыҡ мәктәбендә 1090 пациент белем алған.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әлеге хәстәханала эндокринологтарҙа иҫәптә барыһы өс меңдән ашыу кеше иҫәптә тора. Уҡыу өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртеү, йәшәү сифатын арттырыу өсөн кәрәк.

Дәрестәр 3-сө поликлиникала үтә. Унда участка терапевы йәки эндокринолог аша яҙылырға мөмкин.

– Осрашыуҙа пациенттар ауырыуы хаҡында ентекле мәғлүмәт ала. Дөрөҫ туҡланыу, гипергликемия, гипогликемия һәм башҡа төшөнсәләрҙе аңларға, күрһәткестәрҙе иҫәпләргә өйрәнә, – ти табип-эндокринолог Дмитрий Григорьев.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/620138#scroll.

Автор: Гөлшат Ҡунафина.
Автор:
Читайте нас: