Милли проекттар
24 Ноябрь 2023, 11:25

Ағастарҙы һаҡлау мөһим

Башҡортостан, шул иҫәптән беҙҙең район билмәһендәге урмандарҙы парһыҙ ебәк күбәләктән һаҡлау буйынса биотехник саралар үткәрелә. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ағастарҙы һаҡлау мөһимАғастарҙы һаҡлау мөһим
Ағастарҙы һаҡлау мөһим

Билдәле булыуынса, был ҡоротҡос Әлшәй, Ауырғазы, Благовар, Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Иглин, Стәрлебаш һәм Шишмә райондарында айырыуса таралды. Беҙҙең район биләмәһендә лә ебәк күбәләктән зыян күргән урмандар булды.

Бөгөн парһыҙ ебәк күбәләк күп теркәлгән урмандарҙа уларға ҡаршы көрәш саралары күрелә. Аныҡлап әйткәндә, ҡоротҡостарға ҡаршы көрәш нефтевание ысулы һәм күбәләктең йомортҡаларын ҡырып алыу юлы менән башҡарыла.

Нефтевание — ебәк күбәләктең йомортҡаларына бумала менән машина майын һөртөү ысулы,  уның һөҙөмтәһендә ҡоротҡостар тонсоға. Был ысул тиҙ тәьҫир итеүе менән еңел эшләнеүе менән айырыла.

Икенсе ысул — етен күбәләге ағастың ҡайырыһына һалған йомортҡаларҙы тимер щетка йәки шпатель менән ҡырып алыу юлы менән юҡ итеү.

Ғәҙәттә, парһыҙ ебәк күбәләге йомортҡаларын ағастың төбөнә һала, билдәле булыуынса, ҡыш көндәре унда һәр саҡ ҡар ята һәм унда ҡоротҡостар уңышлы ҡышлап сыға.

Нефтевание һәм ҡоротҡостоң йомортҡаларын ҡырып алыу парһыҙ ебәк күбәләккә ҡаршы көрәштә иң һөҙөмтәле ысулдар һанала. Ебәк күбәләккә ҡаршы көрәш ағыу һиптертеү юлы менән яҙғыһын да дауам ителәсәк.

Белеүебеҙсә, ебәк күбәләге ҡарышлауығы еләк-емеш культуралары һәм урманда үҫкән ағастарҙың 300-гә ҡәҙәр төрөнә зыян килтерергә һәләтле. Шуға күрә өй алды баҡсаларында ла профилактика тураһында онотмаҫҡа кәрәк. Ҡарышлауыҡтар бер миҙгелдә йәш баҡса ағастарына зыян килтерергә, ә инде емеш биргәндәренең уңыш биреүсәнлеген кәметергә мөмкиндәр.

Ҡоротҡостарҙан химик препараттар менән, үҙеңә һәм тирә-яҡҡа зыян килтермәй генә дөрөҫ ҡотолорға кәрәк, баҡсала ла был ҡоротҡос бөжәкте көҙгөһөн тик механик юл менән юҡ итергә була. Яҙғыһын баҡса буйлап ҡарышлауыҡтар йыйып йөрөгәнсе, ағыулап йонсоғансы, көҙөн ағас олонон ебәк күбәләге йомортҡа һалған йомортҡаларын (улар аҡһыл-һары төҫтә, губка һымаҡ) ағастан ҡырып алып, йә һытырға йә яндырырға кәрәк.

Парһыҙ ебәк күбәләккә ҡаршы комплекслы көрәшеү һөҙөмтәле. Мәҫәлән, март айҙарында уҡ, ҡар иреү менән, ағас олондарын эзбиз менән ағартырға була (хәҙер һатыуҙа махсус буяҡтар ҙа бар), йә елемле билбау уратып ҡуйырға була. Был билбау парһыҙ ебәк күбәләге ҡарышлауыҡтарын олон буйлап менергә ҡамасаулай. Билбауҙы әҙерләү өсөн нефть, ыҫмала, машина майы, елемле таҫма, шулай уҡ зарарлы бөжәктәргә ҡаршы махсус гель кеүек препараттарҙы ҡулланырға була.

Ҡарышлауыҡтар ағастың ботаҡтарына үрмәләй башлағас та — апрель айҙарында, алмалар һәм башҡа ағастар бөрөләрен асмаҫ борон, биопрепараттар һәм инсектицид саралар менән эшкәртергә. Сәскә атҡан осорҙа ҡарышлауыҡтар менән көрәшеүҙә халыҡ ысулдарын ҡулланыу ҙа отошло.

Илфат ӘЙҮПОВ,

«Әбйәлил урман хужалығы» предприятиеһы директоры урынбаҫары.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас