Милли проекттар
24 Ноябрь 2023, 01:15

Асыҡ ишектәр көнө

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалында асыҡ ишектәр көнө үтте. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Асыҡ ишектәр көнөАсыҡ ишектәр көнө
Асыҡ ишектәр көнө

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалында асыҡ ишектәр көнө үтте. Дәүләт урта мәктәбе уҡыусылары “Тракторсы-машинист”, “Иретеп йәбешетереүсе”, “Ауыл хужалығы производствоһы мастеры”, “Ашнаҡсы-кондитер” һөнәрҙәре хаҡында ҡыҙыҡлы, файөҙалы ла мәғлүмәттәр алды.

Уҡытыусылар, мастерҙар, шулай уҡ бөгөн ошонда белем алған студенттар колледжда уҡыуҙың өҫтөнлөктәре хаҡында һөйләне, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, колледж уҡыусыларының уңыш-ҡаҙаныштары менән таныштырҙы.

 Сығарылыш класы уҡыусылары шулай уҡ колледжға уҡырға инеү ҡағиҙәләре менән танышты, ниндәй секция-түңәрәктәр эшләүе хаҡында хәбәрҙар булды, филиалдың кабинеттарын, мастерскойҙарын ҡараны, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған төрлө һорауҙарға ентекле яуаптар ҙа алды.

Бындай осрашыуҙар “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллек” милли проекты үтәлешенә лә үҙ өлөшөн индерә.

Автор:
Читайте нас