

#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Өфөлә “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектын бойомға ашырыу дауам итә, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Мостай Кәрим урамында “Башҡорт сәйе” арт-объекты барлыҡҡа килгән. Сәйнүк һәм сынаяҡтан торған композиция башҡорт орнаменттары менән биҙәлгән, йәшел һәм аҡ төҫтәр ҡулланылған. Ошонда уҡ тирмә лә ҡуйыла.
Салауат Юлаев баҡсаһында ҡулдар менән сағылдырылған йөрәк рәүешендә фотозона урынлашҡан. Был урынды бигерәк тә йәштәр үҙ итер, тип күҙаллана.
Башҡорт дәүләт филармонияһы янында ярым ай рәүешендә эскәмйә ҡуйылған. Ә “Родина” кинотеатры эргәһендә һәм Мостай Кәрим скверында башҡорт биҙәктәре менән биҙәлгән түңәрәк эскәмйәләр урынлаштырылған. Пушкин аллеяһында иһә төрлө геометрик фигуралар күрергә мөмкин. Электр сымына тоташтырылғас, тиҙҙән улар яҡтыртылып, тағы ла күркәмләнер.
Өфө ҡалаһы Рәсәйҙә беренсегә үткәрелгән ҡала үҙәгенең туристик кодын проектлау буйынса конкурс еңеүселәре иҫәбенә ингән һәм 2023 йылда проектты тормошҡа ашырыуға федераль субсидия алған. Был проект сиктәрендә яңы тематик зоналар, урындар булдырыу, уңайлы һәм хәүефһеҙ ҡала мөхите тыуҙырыу буйынса төрлө саралар ҡаралған.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/630138#scroll.