Милли проекттар
4 Декабрь 2023, 10:14

Ҡатнаш аҙыҡ әҙерләй

Стәрлебаш ауылынан йәш эшҡыуар Альберт Тойғонов “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә мөрәжәғәт итә.

Ҡатнаш аҙыҡ әҙерләйҠатнаш аҙыҡ әҙерләй
Ҡатнаш аҙыҡ әҙерләй

#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Йәй көнө ул ауыл хужалығы культуралары үҫтереү маҡсатында ер участкаһы, мал өсөн аҙыҡ етештереү ҡорамалы  ала. Ҡормалдың эшен яйлап, бөгөн ул эре мөгөҙлө мал һәм ҡоштар өсөн ҡатнаш аҙыҡ етештерә.

Иген һәм етештергән продукцияһын һаҡлау өсөн келәт төҙөй, киләсәктә эшен киңәйтергә йыйына.

Эшҡыуарҙың проектына “бер тәҙрә” режимында оҙатыу күрһәтелә, тип хәбәр итә Стәрлебаш район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

“Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты маҡсаттары һәм бурыстарына ярашлы үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡатнашыу өсөн https://investrb.ru/ru  һылтанмаһы буйынса Башҡортостан Республикаһының инвестиция порталына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Фото һәм сығанаҡ –  https://contenta.info/press_releases/604541#scroll.

Автор:
Читайте нас