Милли проекттар
4 Декабрь 2023, 10:10

Милли проект эшҡыуарҙарға ярҙам итә

Иглин ауылынан йәш йүнсел Павел Матросовтың автосервисы уңышлы эшләй.

Милли проект эшҡыуарҙарға ярҙам итәМилли проект эшҡыуарҙарға ярҙам итә
Милли проект эшҡыуарҙарға ярҙам итә

#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Эшҡыуар “Демография” милли проекты сиктәрендә социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһы буйынса субсидия ала. Был уға бизнесын киңәйтергә мөмкинлек бирә.

Автосервис хужаһы Павел Матросов, алдына алған маҡсаттарын һәм бурыстарын аңлап, аныҡ бизнес-план төҙөп, район хакимиәтенә дәүләт ярҙамы һорап мөрәжәғәт итә. 350 мең һум күләмендә субсидияға ул кәрәкле ҡорамалдар, эш ҡоралдары ала, типе хәбәр итә Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Әле уның Урман техникумы урамында урынлашҡан автосервисы уңышлы эшләй, клиенттар ике аҙна алдан яҙыла.

Эшҡыуар маҡсатына ынтыла, бизнесын киңәйтергә ниәтләй. Һөнәри эшмәкәрлегенән тыш, ул хәйриә эштәре менән дә шөғөлләнә. Балалар йортона даими ярҙам итә, балалар менән тәрбиә эше лә алып бара.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/635705#scroll.

Автор: Гөлшат Ҡунафина.

Автор:
Читайте нас