

Владимир Путин “тура бәйләнеш” мәлендә ғаилә ипотекаһы программаһын дауам итеү зарурлығын белдерҙе. Мәғлүм булыуынса, “Ғаилә ипотекаһы” 2024 йылдың 1 июленә тиклем ғәмәлдә ине.
“Хөкүмәт ғаилә ипотекаһын артабан дауам итеү хаҡында уйлай. Әлбиттә, хөкүмәт мөмкинлектәрҙән сығып эш итәсәк. Шулай ҙа , минеңсә, дауам иткәндә һәйбәт буласаҡ. Уның буйынса тәүге сумма ла ҙур түгел, ни бары 20 процент индерергә кәрәк. Ипотека 6 процент менән бирелә. Өс балаһы булған ғаиләгә 450 мең һум күләмендә субсидия биреү ҡаралған. Хөкүмәткә был мәсьәләләр буйынсатәҡдимдәр әҙерләп индерергә мотлаҡ ҡушасаҡмын”, – тине дәүләт башлығы “тура бәйләнеш”тә ошо хаҡта бирелгән һорауға яуап итеп.
“Ғаилә ипотекаһы” дәүләт программаһы “Демография” милли проекты үтәлешенә ярҙам иткән ҙур программа ул.